Балтас районында бөгөн янғында өс бала һәләк булды

  • Балтас районында бөгөн янғында өс бала һәләк булды | ГТРК Башкортостан

Республика буйынса эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, улар 2009, 2011 һәм 2013 йылғылар. Әле фажиғә сәбәптәре асыҡлана. Урында беҙҙең телеканал хәбәрселәре лә эшләй. Тулыраҡ мәғлүмәт яңылыҡтарҙың киләһе сығарылыштарында. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быға тиклем Баҡалы районы Киләй ауылында янғында ла өс баланың ғүмере өҙөлгәйне. Ошо фажиғәнән һуң Рәсәйҙең балалар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса тулы хоҡуҡлы вәкиле кескәй балалар йәшәгән йорттарҙы янғынды иҫкәртеү саралары менән тәьмин итергә саҡырғайны. 



Последние новости

Яндекс.Метрика