Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Рәсәй президенты Владимир Путин Амур өлкәһенә эш сәфәрен бер көнгә оҙайтырға мәжбүр булды. Ул «Восточный» космодромын төҙөгәндә килеп тыуған мәсьәләләрҙе иҫкә төшөрҙө. 2050-се йылдан һуң яңы космодром Ҡазағстан биләмәһендә урынлашҡан  «Байконур»ҙы алмаштырасаҡ.  «Восточный»  Рәсәйҙең «Ангара» ракеталарын йыһанға осороу өсөн төп майҙанға әйләнергә тейеш.

Европа берлегенән сығыу Бөйөк Британия өсөн ауыр һынауға әйләнәсәк.2020 йылға иҡтисад 3 процентҡа, 2030 йылға 5 процентҡа түбән тәгәрәйәсәк. Иҡтисади хеҙмәттәшлек һәм үҫеш ойошмаһы шундай мөғлүмәттәр килтерә. Бөйөк Британияла Европа берлегенән сығыу тураһындағы референдум 23 июнгә тәғәйенләнгән.

Германияның алты аэропортында Люфтганза аэропортының 900 рейсы кисектерелде. Хеҙмәттәр күрһәтеү профсоюзы  эш хаҡын алты процентҡа күтәреүҙе талап итә. Ошо сәбәпле 90 мең самаһы пассажир үҙ рейсын көтөргә мәжбүр. 



Последние новости

Яндекс.Метрика