Республикала яҙғы сәсеү эштәрен башҡарыу өсөн 8 миллиард һум аҡса бүленде

Был үткән йыл менән сағыштырғанда 15 процентҡа күберәк.  Башҡортостанда быйыл сәсеүлектәр 100 мең гектарға арттырыла. Өс миллион ике йөҙ мең гектар майҙандың яртыһынан күп өлөшө иген культураларына иҫәпләнгән.  Ауыл хужалығы министрлығы хакимиәт башлыҡтарын һәм хужалыҡ етәкселәрен, уңайлы һауа шарттарынан файҙаланып, сәсеүҙе тиҙ арала тамамларға һәм уңышҡа нигеҙ һалған иң яуаплы мәлдә хаталарға юл ҡуймаҫҡа саҡыра. 

Яҙғы сәсеү кампанияһы башланыу менән баҫыу-ҡырҙарҙа көн-төн агрегаттар гөрләй. Шишмә районының алдынғы хужалығында эшләгән тәжрибәле механизатор Әлмир Сәйфуллин заманса техника һәм тырышлыҡ ярҙамында сәсеүлек эштәрен тиҙ һәм ваҡытында атҡарып сығарырға ниәтләй.Шишмә районында сәселгән төп техник культура – шәкәр сөгөлдөрө. Шуға ла был татлы культура майҙандың күп өлөшөн тәшкил итә һәм уны үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә. Сәсеп бөткәс тә, тамырҙаҡтарҙы химик матдәләр менән эшкәртәләр.  Һауа торошо тәүҙә ҡатмарлыҡтар тыуҙырһа, хәҙер ҡояшлы көндәр игенселәргә ең һыҙғанып эшләргә мөмкинлек бирә. Икенсе хужалыҡтарҙа бойҙай, арпа, һоло кеүек иген культураларын сәсеүгә төшкәндәр.  Йылы, дым да тупланған, быйыл уңыш күрһәткестәре юғары булыр тип күҙаллай агрономдар. Яҙғы сәсеү кампанияһына хужалыҡтар ҙа ентекле әҙерләнгән: яғыулыҡ-майлау материалдары етерлек, техника әҙер, кадрҙарға ла ҡытлыҡ юҡ.Сәсеү эштәре менән бер рәттән, ергә минераль ашламалар индерелә, ужым культураларын һәм күп йыллыҡ үләндәрҙе өҫтәмә туҡландырыу бара, дым ҡаплатыу эштәре дауам итә. Районда дөйөм алғанда 53 мең гектар майҙан ер эшкәртелергә тейеш.  Ә республика буйынса 101 мең гектар ер сәселгән. Был дөйөм пландың биш проценты. Быйыл Башҡортостанда сәсеүлектәр йөҙ мең гектарға арттырылып, йәмғеһе өс миллион ике йөҙ мең гектар майҙанды тәшкил итә. Яҙ иртә килеү сәбәпле, республиканың баҫыуҙарында эштәр ваҡытынан алда башланды. Артабан да көндәр ҡояшлы, яуым-төшөмһөҙ булһа, май урталарында  сәсеү тамамланыр тип көтөлә. 



Последние новости

Яндекс.Метрика