Балтас районында 3 баланың ғүмерен ҡыйған янғын осрағы буйынса Енәйәт эше ҡуҙғатылды

Ҡомъяҙы ауылында теркәлгән фажиғәлә 3 бала һәләк булды. Тәфтишселәр фаразлауынса, янғын балаларҙың ут менән шаярыуынан сыҡҡан. Гүзәлиә Хәжимәрҙәнова тыуған йортоноң дөрләп янғанын үҙ күҙҙәре менән күргән. Янғын иртәнге сәғәт һигеҙҙәр тирәһендә сыға. Ялҡын ағас йортто тиҙ арала ялмап алған. Күршеләр тейешле хеҙмәттәргә хәбәр итеп, ярҙамға ташлана. Тик көслө төтөн ишектән артабан индермәй. Килеп еткән янғын һүндереүселәр ун минут эсендә ялҡынды баҫа.  Тотош утты һүндергәс, йорт эсендә өс баланың кәүҙәһе табыла. 25 йәшлек әсәне йәрәхәттәр менән һәм шаңҡыу хәлендә район дауахаһына оҙатҡандар. Ғаилә иҫәптә тормаған, урындағы халыҡтың бер өлөшө уларҙы тәртипле, тип ҡылыҡһырлай. Әммә уларҙы яҡыныраҡ белгәндәр икенсе фекерҙә.  Йорт эсендә, ишек алдында  һыранан бушап ҡалған бихисап шешәләр ятыуы ла уйға һала. Етмәһә, әсә балаларын йыш ғына яңғыҙын ҡалдырған. Ә бит уртансы балалары тыумыштан инвалид — һаңғырау-телһеҙ һәм йыш ҡына шырпы менән уйнаған. Ғаилә был йортто 2012 йылда әсәлек капиталына һатып алған. Күпмелер ваҡыт йәшәгәндән һуң, күсеп киткәндәр. Ә ике аҙна элек кенә әсә кеше балалары менән кире Ҡомьяҙыға ҡайтып төпләнгән. Яңы ғына был ихата алдында балаларҙың уйнаған тауыштары яңғыраған. Ата-әсәләре йорт-ҡураларын төҙөкләндерергә таҡталар ҙа алып ҡуйған. Әммә ут бер-нисә минут эсендә өс сабыйҙың да ғүмерен ҡыйып, ғаиләнең киләсәген көл итеп күккә осорған. Ҡыҙғанысҡа, республикала өлкәндәрҙең вайымһыҙлығы фажиғәғә килтергән тәүге осраҡ түгел. Аҙна элек кенә Баҡалы районы Киләй ауылында 5 кеше, шул иҫәптән 3 бала утта янды. Ғинуар айында Ғафури районының Ерекле ауылында ла өс сабый янып үлде. Ноябрьҙа Иглинда ла йортта бикләнеп ҡалған ике баланың ғүмере өҙөлдө. Әле Балтас районының Ҡомьяҙы ауылындағы янғындың сәбәптәре асыҡлана. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, балалар ут менән уйнаған. Балаларҙы яңғыҙын ҡалдырған әсәгә ҡарата ла тикшереү эштәре бара. Төбәктә янғынды иҫкәртеүсе приборҙар урынлаштырыу буйынса акция башланды. Уның асылы шуға ҡайтып ҡала, һәр йортта йәки фатирҙа янғынды иҫкәртеүсе датчиктар ҡуйыла. Был ябай прибор төтөн сыҡҡанда  яңғырауыҡлы тауыш сығара. Шуға кеше янғын хеүефе сигналын шунда уҡ ишетеп, тейешле саралар күрә аласаҡ.



Последние новости

Яндекс.Метрика