Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Таулы Карабах яғынан әзербайжандар йәшәгән Чеменли ауылын утҡа тотоу сәбәпле бер кеше һәләк булған, 8 кеше яраланған. Рәсми Баку автономияның Әрмәнстан яҡлы ҡораллы төркөмдәрен тыныслыҡ тураһындағы килешеүҙе боҙоуҙа ғәепләй. Әзербайжандың киң мәғлүмәт саралары 50 бинаның емерелеүе тураһында ла хәбәр итә.

Көнъяҡ Корея атом программаһы буйынса һөйләшеүҙәрҙә өҫтөнлөк алыу маҡсатында баллистик ракеталарын һынауҙы дауам итә. Пхеньян Американы дошмандарса сәйәсәттән һәм Сеул менән берлектәге күнекмәләрҙән  баш тартырға саҡыра.

Православ христиандарҙың төп байрамы пасха алдынан күмәс бешереү, йомортҡа буяу матур йолаға әйләнгән. Баҡтиһәң, оҫталар йомортҡа буяусы робот эшләгән икән. Ул  пасха йомортҡаларын семәрләп биҙәй ала. Бындай һүрәттәрҙе ҡул менән төшөрөү мөмкин түгел.



Последние новости

Яндекс.Метрика