Өфөлә автомобилдәр ҡуйыу өсөн урындар юҡлығы һаман да етди булып ҡала

Республиканың башҡалаһында автомобилдәр ҡуйыу өсөн урындар юҡлығы һаман да етди булып ҡала. Республиканың Ҡыуатов исемендәге клиник дауаханаһына көн һайын алыҫ райондарҙан йөҙләгән кеше килә.  Улар машиналарын ҡуйырға урын таба алмай ыҙалана. Дауахана янында ҡалдырып китһәң, сығыуыңа тимер атың булмаясаҡ-эвакуаторҙа эшләүселәр ҡағиҙә боҙғаныңды көтөп кенә тора. Әммә ҡайһы саҡта улар үҙҙәре лә күңелһеҙ хәлгә тарый. Был юл транспорт фажиғәһендә йәрәхәтләнеүселәр юҡ. Тик ике сит ил машинаһы ғына зыян күрә. Юл ҡағиҙәһен боҙоусыларҙың автомобилен эвакуация машинаһына тейәгәндә – тросс өҙөлә. Һөҙөмтәлә Фольксваген  БМВ-ға килеп төкәлә.Был ваҡиға Ҡыуатов исемендәге клиник дауахана алдында теркәлә. Табипҡа күренергә ашыҡҡан сирлеләр, юл билдәләренә иғтибар итеп бармай. Шуға ла машиналарын ҡайҙа етте шунда ҡалдырып китә.Дауахана эргәһендә пациенттарҙың автомобилен ҡуйыр өсөн тәғәйен урын билдәләнмәгән. Кем ҡайҙа урын таба, шунда транспортын ҡалдырып китергә мәжбүр. Был иһә райондан аруырыуҙарҙы алып килеүселәргә өҫтәмә мәшәҡәттәр тыуҙыра.Юл буйында ҡалдырылған “тимер ат”тар  бихисап. Ҡала хакимиәттәре шундай мәсьәлә барлығын белә тороп та уны хәл итеү юлын ҡарамай. Ауылдан килеүселәр ыҙа сигә.Дауахана эргәһендә автомобиль ҡуйыу урындары етмәү  хаҡында күп тапҡыр һүҙ ҡуҙғатылһа ла, мәсьәлә һаман асыҡ ҡала. Бында килеүселәргә ҡатмарлы  хәлдән сығыу юлын үҙҙәренә генә эҙләргә ҡала.



Последние новости

Яндекс.Метрика