248-се федераль законға үҙгәрештәр

Быйыл автомобиль юлдары һәм юл эшмәкәрлеге тураһындағы 248-се федераль законға үҙгәрештәр индерелде. Уға ярашлы, йөк ташыу өлкәһендә транспорт водителенә генә түгел, ә хужаһына, йөктө тейәүселәргә һәм ҡабул итеүселәргә ҡарата ҡанун ҡәтғиләште. Штраф күләме бер нисә меңдән алып ярты миллион һумға тиклем барып етә. Бөгөн Өфөлә ошо ҡағиҙәләрҙе йөк ташыусыларға һәм транспорт хужаларына аңлатыу буйынса кәңәшмә үтә. 

Яндекс.Метрика