Емеш-еләк питомниктарында эш ҡайнай

Емеш-еләк  ағастарының  үҫентеләрен көҙҙән ултыртыу яҡшыраҡ. Шулай ҙа май айының уртаһына тиклем күсерелгән емеш ағастары һәм ҡыуаҡтар ҙа тиҙ ерегә, ти баҡсасылар. Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусылары иһә, үҫентене дөрөҫ һайлау – киләсәктә мул уңыш алыуҙың төп сере, тип өйрәтә студенттарын. Үҫентеләрҙең сорты ғына түгел, ҡайҙа үҫтерелгәнлеге лә ҙур әһәмиәткә эйә.  Тәжрибәһеҙ баҡсасылар уларҙың сифатына өҫтөнлөк биреп, хаталанып ҡуйыуы ла бар.Ни өсөн Башҡортостан халҡы төбәктәге тәбиғәт шарттарына яраҡлашмаған үҫентеләрҙе алырға мәжбүр? Төп сәбәпте буласаҡ белгестәр питомниктарҙың аҙ булыуында күрә һәм киләсәктә баҡсасылыҡты үҫтереү иҡтисади яҡтан да ыңғай һөҙөмтәләр бирә, тип һанай.Башҡорт дәүләт аграр университетының ғилми-уҡытыу үҙәге үҫемлекселек йүнәлешендә юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү йәһәтенән ойошторола.  5 йыл элек тик тәжрибә майҙаны булараҡ асылһа, хәҙер ул яҡын-тирәләге хужалыҡтарҙы районлаштырылған сортлы үҫентеләр менән тәьмин итеүсе төп баҡсаларҙың береһе. Питомник  бөтә яҡлап та уңайлы: халыҡ өсөн емеш бирергә әҙер ағас-ҡыуаҡтар үҫә, ә студенттар  тәжрибә туплай.Ҡарағат, алмағас, груша, тирәктәр, еләктәрҙең һәр сорты ентекле өйрәнелә. Яңы сорттар өҫтөндә эшләү тәжрибәһе лә яйға һалынған.  Студенттарҙың алдында ике йылллыҡ үҫентеләр. Көҙҙән прививкаланған алмағастар яңы ботаҡтар ебәргән.  Дөрөҫ тәрбиәләгәндә тағы ла өс-дүрт йылдан улар емеш бирә башлай. 



Последние новости

Яндекс.Метрика