Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Яҡына арала Сүриәнең Алеппо ҡалаһында уттың туҡтатылыуы ихтимал. Был турала Рәсәйҙең сит ил эштәре министры белдерҙе. Февраль килешеүҙәренең үтәлешен кү:ҙәтеү маҡсатында Женевала Рәсәй һәм Америка ҡатнашлығында мониторинг үҙәге ойоштороласаҡ.

Канаданың Альберта виләйәтендә урман янғындары сәбәпле Форт-Макмюррей ҡалаһында йәшәүсе 80 мең кеше эвакуацияланған. Ошо сәбәпле юлдарҙа тығындар барлыҡҡа килгән. Был районда нефть ятҡылыҡтары урынлашҡан, шуға ла янғындар ҡурҡыныс тыуҙыра.

Венесуэла оппозицияһы ил етәксеһе Николас Мадуроны вазифаһынан бушатыу буйынса референдум үткәреү өсөн 1 миллион 85 мең ҡултамға йыйып милли һайлау комиссияһына тапшырҙы. Президент эшмәкәрлеге менән ризаһыҙлыҡ илдәге иҡтисади хәлгә бәйле.

Рәсәйҙә тәмәке ҡабы тулыһынса үҙгәрәсәк. 15 майҙан илдә таможня берлегенең техник регламенты ғәмәлгә инә. Тәмәке тартыуҙың һаулыҡ өсөн зарарлы икәнен күрһәтеүсе һүрәттәр хәҙер ҡаптың ике яғында ла урын аласаҡ. Илдә  йыл һайын тәмәке тартыуға бәйле ауырыуҙарҙан 400 мең кеше һәләк була.



Последние новости

Яндекс.Метрика