Башҡортостанда 3 мең самаһы ветеран йәшәй

Ә Әбйәлил районында 13 һуғыш ҡаһарманы ҡалған. Георгий Переселкин Ҡыҙыл Йондоҙ, Бөйөк Ватан һуғышының беренсе дәрәжә ордендары, Батырлыҡ өсөн миҙалдары менән бүләкләнгән. Уларҙан тыш ветерандың башҡа бихисап миҙалдары бар. Георгий Переселкинды 18 йәшендә фронтҡа алалар һәм ул Литвала һуғыш юлын башлай. Тәүҙә яугир яу яланынан яралыларҙы сығара. Һуңынан Георгий Кириллович элемтәсегә уҡый һәм бңлек командиры булып алыша. Ветеран Литва, Белоруссия, Көнсығыш Пруссияны азат итеүҙә ҡатнаша. Ветерандың Кенигсбергты алыу өсөн миҙалы ла бар. Билдәле булыуынса, ҡалала нығынған дошман оҙаҡ ваҡыт ҡаршылыҡ күрһәтә. Юғалтыуҙар күп булһа ла, совет һалдаттары Кенигсбергты азат итеүгә ирешә. Шунда, яуҙаштарымды күп юғалттым, тип хәтерләй Бөйөк ватан һуғышы ветераны.Бер нисә йыл элек Георгий Переселкин Өфөлә булып, Еңеү көнөнә арналған сараларҙы ҡатнашҡан, унда ул Башҡортостан башлығы менән осрашып, үҙенең һорауҙарын да биргән. Ошо көндәрҙә ветеран 90 йәшен билдәләне. Ташбулат ауылында йәшәүсе Ғәбделсабур Хошамов та Белорус фронтында алыша. Ул да Прибалтика илдәрен азат итеүҙә ҡатнаша. Һуғыш һуңында йәш егет штабта йәшерен мәғлүмәттәр менән эш итә. Шуға күрә әле лә ҡайһы берҙәрен сер итеп һаҡлай.Ғәбделсабур Хошамов Георгий Переселкин кеүек Кенигсбергты азат итеүҙә ҡатнаша. Ләкин, яҡташтарға яу яланында осрашырға тура килмәй. Ул ваҡиғаларҙы ветеран һөйләргә яратмай.Ғәбделсабур Барый улы 1950 йылда ғына тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта. Уҡырға теләге ҙур булһа ла, йәш егеткә белем алырға форсат теймәй. Һуғыштан һуң ветеран ауыл хужалығын күтәреүгә өлөш индерә. Өйләнгәс иптәше менән 4 ул һәм 1 ҡыҙға ғүмер бүләк итәләр. Хәҙер инде икәүләп 65 йыл донъя көтәләр.Оло булыуҙарына ҡарамаҫтан Ғәбделсабур олатай ҡарсығы менән кәртә-ҡура тултырып мал аҫрай. Улар ике һыйыр һәм унлаған һарыҡ тота. Ә бөгөн мәктәп уҡыусылары килгән. Балалар ихатаны тәртипкә килтерә.Бөйөк Еңеүгә ике аҙна самаһы ваҡыт ҡалды. Георгий Переселкин менән Ғәбделсабур Хощамов башҡа ветерандар кеүек тантаналарға саҡырыу алған да инде. 9 майҙы улар мәктәп уҡыусылары, яҡындары менән ҡаршы аласаҡ.



Последние новости

Яндекс.Метрика