Ҡарама беләккә, ҡара йөрәккә

Алкино хәрби гарнизонында йәштәрҙең психологик торошон баһалау буйынса ярыш үтте. Ҡыйыулыҡты һынау бәйгеһендә 15 йәштән алып 24 йәшкә тиклемгеләр көс һынашты. “Еңеү волонтерҙары” хәрәкәте ҡатнашыусылары һәм 12-се айырым гвардия инженерҙар бригадаһы конкурсанттар өсөн үҙенсәлекле һынау әҙерләне. Бында барыһы ла ысын һуғыш яланын хәтерләтә. Хәрби техника, шартлау тауыштары, тик бөтә күнекмәләр ҙә урынына еткерелеп һәм тиҙ арала башҡарылырға тейеш. Квеста ҡатнашыусы командалар алдында финишҡа юғалтыуһыҙ килеп етеү бурысы тора.Сәнскеле тимер сымдары аҫтынан шыуышып үтергә, соҡор аша һикерергә һәм машина тәгәрмәстәре буйлап йүгерергә. Ә һәр киләһе задание ҡатмарлыраҡ һәм ауырыраҡ. Бәйгелә Өфө, Октябрский ҡалаларынан һәм Әлкәнән 40-тан ашыу уҡыусы һәм студент көс һынашты. Жюри уларҙың беренсе ярҙам күрһәтеү оҫталығын да ҡорал һүтеп йыйыу тиҙлеген дә баһаланы. Иң ауыры шулай ҙа хәрби техникалар ҡатнашлығындағы һынау булып сыҡты. Ер һелкетеп килгән тиҫтәләрсә тонналыҡ бронетранспортер аҫтынан шыуышып үтергә һәр кемдең дә ҡыйыулығы етмәй. Ә бына ҡыйыулыҡты махсус комиссия баһалап тора. 4 күнегеү үткән һайын психологик күҙәтеү ойошторола. Белгестәр стрессҡа ҡаршы тороу һәләтен, ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуғанда юғалып ҡалмайынса артабан нимә эшләргә кәрәклеге тикшерә. Рушан Даянов атаһының юлын һайлап хәрби булырға хыяллана. Егет бындай ярыштарҙа тәүгә ҡатнашмай, шуға ла команданың берҙәм булыуы еңеүгә тәүге аҙым икәнән дә яҡшы белә. Бөтә командалар ҙа юғалтыуһыҙ финишҡа етте. Шулай ҙа Октябрский ҡалаһынан “Гвардия” клубы тәрбиәләнеүселәренә етеүсе булманы. Ә бындай ярыштарҙы киләсәктә республика кимәлендә үткәреү маҡсат итеп билдәләнде, хәрбиҙәр йәштәрҙең физик әҙерлеген ойоштороу эшендә ҡатнашырға әҙер.



Последние новости

Яндекс.Метрика