Халыҡ федераль телеканалдарҙан башҡорт телендә лә тапшырыуҙар ҡарау мөмкинлеге ала

Телевизор ҡараусылар һәм радио тыңлаусыларға  уңайлыҡтар тыуҙырыу маҡсатында, мультиплексҡа күсеү дауам итә. Рәсәйҙә Һанлы телевизион селтәрҙәр төҙөүҙе 2018 йылға тамамлау күҙаллана. Әле республикала цифрлы телевидениены 2 миллион 250 мең кеше ҡарай ала. Йыл аҙағына тиклем ҡалған станцияларҙы сафҡа индерһәләр, телевизор ҡараусылар һаны тағы ла артасаҡ. Халыҡ федераль телеканалдарҙан башҡорт телендә лә тапшырыуҙар ҡарау мөмкинлеге ала. Бынан тыш, Рәсәй-Башҡортостан, Вести ФМ, Маяк радиоларын тыңларға була. Элемтә ветераны Рәис Сакаев 50 йылға яҡын телевидение һәм радио тапшырыуҙарының сифаты һағында торған. Радио халыҡҡа мәғлүмәтте иң тәүгеләрҙән еткереүсе сығанаҡ. Шуға ла баш инженер бар  яуаплылыҡты тойоп  эшләй. Элек бер бүлмәгә тик бер радиотулҡын тапшырыусы ҡоролма урынлаштырыла ине, тип иҫләй почетлы радист. Ул саҡта “ҡағыҙһыҙ һәм яҙыуһыҙ гәзит” тип йөрөтөлгән радионы һәр кем алырға, меңдәрсә километр аша тере тауыш ишетергә ынтылған.Тәүге лампалы радиоалғыстар ҙурлығы буйынса телевизорҙар менән тиң булған. Аҙаҡ уңайлыҡ өсөн бәләкәйерәк һәм күсереп йөрөтөргә мөмкин булған транзисторлы радиоалғыстар уйлап сығарғандар. Ә хәҙер инде цифралы радионы автомобильдә, интернет, телефон, хатта телевизор аша тыңларға мөмкин.Цифралы телевидениеға күсеү менән республика халҡы телевизорҙан да радиотапшырыуҙар тыңлай ала. Сөнки беренсе мультиплекс ун телевидение каналы менән бер рәттән,  “Рәсәй-Башҡортостан”, “Хәбәрҙәр ФМ” һәм “Маяк” радиоларын үҙ эсенә ала. Әйтергә кәрәк, Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы тәүгеләрҙән үҙ тамашасыларын һәм радиотыңлаусыларын сифатлы тапшырыуҙар менән тәъмин итеп, цифралы сифатта эфирға сыға ла инде. Һуңғы хәбәрҙәр, яратҡан дикторҙарҙың тауыштары, моңло йырҙар халыҡҡа бер ниндәй ҙә  ҡамасауһыҙ барып етә. Цифралы телевышкалар республика буйынса 216 урында төҙөләсәк. Станцияла ҙур булмаған махсус ҡоролма дөйөм федераль сигналды ҡабул итә һәм төбәктәге программаларҙы өҫтәп юлдаш аша халыҡҡа тарата. Ҡоролмалар барыһы ла үҙаллы эшләй, белгестәргә монитор аша күҙәтеүе лә етә. Ирекһеҙән, күптәр радио тыңлар өсөн махсус антеналар ҡуйырға мәжбүр. Ә мультиплексҡа күсеү менән телевидение һәм радио тулҡындары бер ҡоролма аша ҡабул ителә. Әйткәндәй, Рәсәй телевизион һәм радиотапшырыуҙар селтәре үҙенең 15 йыллығы уңайынан һәм Радио көнө менән ҡотлап, элемтә ветеранына цифралы телевидениены ҡарау өсөн антенна менән  махсус приставка ла тапшырҙы. Ярты быуат ғүмерен телевидение һәм радиоға бағышлаған Рәис Сакаев федераль каналдарҙа үҙ телендә теле һәм радиотапшырыуҙар булыуына шатланып бөтә алмай. 

Хәбәрҙәр

Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда аномаль һауа торошо көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда аномаль һауа торошо көтөлә

Көндәрҙе йылытасаҡ. Айырым райондарҙа хатта алты градусҡа тиклем.Синоптиктар  температураның норманан 4-7 градусҡа юғары булыуын билдәләй.. Республиканың ҡайһы бер райондарында ғына ямғыр һәм епшек ҡар яуыуы, төндә һәм иртән урыны менән боҙлауыҡ булыуы ихтимал.

22 ноября 2017
Яңы йылға шыршылар әҙерләү башланды | ГТРК «Башкортостан»

Яңы йылға шыршылар әҙерләү башланды

Яңы 2018-се йыл етеүгә лә күп ҡалманы.   Маҡар урман хужалығында һатыуға шыршы киҫеү башланды. Бында, йылдағыса, ойошмаларға, халыҡҡа һатыу өсөн ҡарағай, шыршы, күк шыршы әҙерләнәсәк.

22 ноября 2017
Башҡортостан тауышы | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан тауышы

Башҡортостан радиоһының 90 йыллығы уңайынан иғлан ителгән күләмле акция аҙағына яҡынлашты. Уҙған аҙнала Рәсәй-1 телеканалында барған Хәбәрҙәр-Башҡортостан сығарылышында һуңғы һорау яңғыраны. Акция - сентябрь башында старт алды. Ошо арауыҡ эсендә Башҡортостан радиоһы тураһында һорауҙарға дөрөҫ яуап...

22 ноября 2017
Смотреть видео Уҡыусылар-сәләмәт тормош яҡлы | ГТРК «Башкортостан»

Уҡыусылар-сәләмәт тормош яҡлы

Башҡаланың Дим районында урынлашҡан 103-сө мәктәп уҡыусылары хеҙмәт һәм оборонаға әҙерлек комплексы нормаларын бер аҙнала дәррәү тапшырып бөттө. Юғары һөҙөмтә күрһәткәндәргә алтын һәм көмөш билдәләр тапшырылды. Физкультура-спорт комплексы талаптары буйынса уҡыусыларҙы үҙәкләштерелгән тәртип менән...

22 ноября 2017
Смотреть видео Ишембай районында уңайлы ҡала проекты сиктәрендә Ағиҙел яры төҙөкләндерелә | ГТРК «Башкортостан»

Ишембай районында уңайлы ҡала проекты сиктәрендә Ағиҙел яры төҙөкләндерелә

Был проект сиктәрендә ҡаланың Ленин проспекты, Ағиҙел ярындағы һыу инеү урыны тәртипкә килтерелә. Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, киләһе йәй халыҡҡа ял итеү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыласаҡ. 

22 ноября 2017
Смотреть видео Муниципаль бюджеттарҙың байтаҡ өлөшөн административ комиссиялар тулыландыра | ГТРК «Башкортостан»

Муниципаль бюджеттарҙың байтаҡ өлөшөн административ комиссиялар тулыландыра

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары парламент уҡыуҙарында уларҙың эшмәкәрлеген камиллаштырыу тураһында фекер алышты.Республикала закондар үтәлешен ғәмәлдә тәьмин итеү эшмәкәрлеген 69 административ комиссия башҡара. Улар барыһы ла йәмәғәт башланғысы менән эшләй. Парламент уҡыуҙарында ҡатнашыусылар...

22 ноября 2017
Смотреть видео Республиканың киләһе йылдарға бюджеты социаль йүнәлешле буласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Республиканың киләһе йылдарға бюджеты социаль йүнәлешле буласаҡ

Башҡортостан етәкселеге үҙ иңенә алған барлыҡ йөкләмәләрҙе ваҡытында һәм тулыһынса үтәргә вәғәҙәләй. Әйткәндәй, 2018-се йылда бюджет өлкәһендә эшләүселәрҙең хеҙмәт хаҡын арттырыу ҙа ҡарала.

22 ноября 2017
Смотреть видео Республика башлығы Парламентҡа мөрәжәғәт итәсәк | ГТРК «Башкортостан»

Республика башлығы Парламентҡа мөрәжәғәт итәсәк

Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға йыллыҡ мөрәжәғәтнамә менән 30-сы ноябрҙә сығыш яһай. Унда республиканың үткән йылдағы социаль-иҡтисади үҫешенә төплө баһа бирелеп, киләсәккә маҡсаттар билдәләнәсәк. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға мөрәжәғәт күләмле документ. Уның нигеҙендә,...

22 ноября 2017
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Владимир Путин, Рәжәп Эрдоган һәм Хәсән Рухани бөгөн Сочи ҡалаһында осрашып Сүриәләге хәлде көйләү буйынса һөйләшеүҙәт үткәрәсәк. Улар был илдәге граждандар һуғышын туҡтатыу өсөн сәйәси диалогты нисегерәк ҡороу кәрәклеген хәл итәсәк. Сүриәләге хәл Владимир Путиндың Чехия президенты Милош Земан...

22 ноября 2017
Смотреть видео Башҡортостанда тәүге тапҡыр үҙенсәлекле операция яһалды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда тәүге тапҡыр үҙенсәлекле операция яһалды

Германия профессоры Вольф Виланд етәкселегендә бәүел ҡыуығына операция эшләне. Бындай дауалау ысулын Рәсәйҙә беренсегә ҡулланалар. Элек бәүел тотмау ауырыуынан операция яһатыу өсөн дауаханала ике-өс аҙна ятырға тура килһә, хәҙер яман сирҙән бер тәүлек эсендә ҡотолорға  мөмкин. Яңы дауалау...

22 ноября 2017
«Ҡайышыңды эләктер» | ГТРК «Башкортостан»

«Ҡайышыңды эләктер»

Башҡортостандың юл хәрәкәте именлеге  Дәүләт инспекцияһы «Ҡайышыңды эләктер, Рәсәй!» бөтә Рәсәй социаль акцияһына ҡушылды.  Сара юл-транспорт ваҡиғалары эҙемтәләрен кәметеүгә, водителдәрҙең һәм пассажирҙарың хәүефһеҙлек ҡайыштарын һәм балалар өсөн махсус тотоусы ҡулайламаларҙы ҡулланыуҙы...

22 ноября 2017
Смотреть видео Бөгөн Өфөлә Шаҡша күперендәге аварияла ике кеше һәләк булды | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Өфөлә Шаҡша күперендәге аварияла ике кеше һәләк булды

6 кеше йәрәхәтләнгән. Ниссан Альмера водителе, әлегә билдәһеҙ сәбәптәр буйынса, тәүҙә тимер ҡоймаларға, һуңынан ҡаршы яҡтан килеүсе “Газель” микроавтобусына бәрелә. Шаһиттар водитель йоҡлап киткән, тип хәбәр итә. Был ҡот осҡос аварияла тере ҡалған пассажирҙарҙы ҡала даханаһына  килтергәндәр.

22 ноября 2017
Өфөлә “Юнармия” ағзалары арта | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә “Юнармия” ағзалары арта

Бөгөн баш ҡаланың 97-се мәктәбендә 51 уҡыусыны Рәсәйҙең Йәштәр армияһы мәктәбенә алдылар.Проектта ҡатнашҡан уҡыусылар фән менән генә шөғөлләнмәй. Улар төрлө түңәрәктәрҙә һәм махсус лагерҙарҙа спорт менөн булыша. Ә Берҙәм дәүләт имтиханы тапшырғанда дөйөм балға өҫтәп Оборона министрлығы 30 бал ҡуша...

21 ноября 2017
Смотреть видео Кенәздәр юлһыҙ интегә | ГТРК «Башкортостан»

Кенәздәр юлһыҙ интегә

Биш йылға яҡын Шакша биҫтәһендәге Кенәз ауылында йәшәүселәр юл мәсьәләһен хәл итә алмай зарлана. Ун урамда соҡор –саҡырҙың күп булыуы арҡаһында һыу тула, һуңынан батҡаҡҡа әйләнә. Әллә күпме яҙылған ғаризанан һаман һөҙөмтә юҡ, ти улар. Район хакимиәте халыҡты борсоған һорауға нисек яуап ҡайтарған?...

21 ноября 2017
Алданған өлөшсөләрҙе хәҙер закон нигеҙендә яҡлау саралары бар | ГТРК «Башкортостан»

Алданған өлөшсөләрҙе хәҙер закон нигеҙендә яҡлау саралары бар

Рәсәйҙең 11 төбәге тәжрибәһе буйынса Башҡортостанда ла торлаҡ төҙөлөшөнә инвестиция индергән шәхси граждандар хоҡуҡтарын үтәүҙе талап иткән документ ғәмәлгә инде.Республикала әле өлөшсөләр иғәнәләре иҫәбенә төҙөлөш башлап төрлө сәбәпле туҡтатылған 29 майҙан теркәлгән. Алданған өлөшсөләр иҫәбендә...

21 ноября 2017
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Сочи ҡалаһында Рәсәй президенты Владимир путин Сүриә президенты Башар Асад менән осрашты. Яҡтар фекеренсә, Сүриәлә хәрби операция тамамланғандан һуң сәйәси процестарға күсергә кәрәк. Башар Асад әйтеүенсә, Дамаск был йәһәттән Мәскәүҙә ҙур ышаныс бағлай. Ул террорға ҡаршы көрштә ярҙам күрһәткәне...

21 ноября 2017
Смотреть видео Тере килеш үлтергәндәр | ГТРК «Башкортостан»

Тере килеш үлтергәндәр

Өфөлә йәшәүсе Рима Ғәлиеваны ваҡытынан алда иҫәндәр исемлегенән алып ташлап, мәрхүмә яһағандар. Эйәһенең үлеме сәбәпле, документтары ғәмәлдән сыҡҡан, тиҙәр уға банкка кредит алырға мөрәжәғәт иткәндә.  Кеше тере, әммә документтар буйынса ул мәрхүм тип иҫәпләнә. Өфөлә йәшәүсе Рима Ғәлиева...

21 ноября 2017
Смотреть видео Аварияла кем ғәйепле? | ГТРК «Башкортостан»

Аварияла кем ғәйепле?

Был  һорауға криминалистар, тиҫтәләгән тикшереү үткәргәндән һуң, дөрөҫ яуап бирә ала. Бынан тыш, улар  йылына йөҙәрләгән енәйәтсене асыҡларға ярҙам итә. Был кадрҙар Өфөнөң Ғөбәйҙуллин урамынан. Ҡот осҡос аварияла ике йәйәүле ауыр йәрәхәт ала. Ғәйеплене видеояҙма буйынса асыҡлайҙар, ә күп...

21 ноября 2017
Шартлауҙан зыян күреүсе Сергей Кожевников дауахананан сыҡҡан | ГТРК «Башкортостан»

Шартлауҙан зыян күреүсе Сергей Кожевников дауахананан сыҡҡан

Өфөлә Армавир урамында машина шартлауҙан зыян күреүсе Сергей Кожевников дауахананан сыҡҡан. Элекк участка полиция хеҙмәткәре тере ҡалды, әммә уның ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн аяғын ҡырҡырға тура килде. Әлегә шартлау сәбәптәре билдәле түгел. Ошо хәлдән һуң күп тә үтмәй, Ишембайҙа ла машина шартланы....

21 ноября 2017
Смотреть видео Яңы үрҙәр, яңы бейеклектәр | ГТРК «Башкортостан»

Яңы үрҙәр, яңы бейеклектәр

Беҙҙең каналдың милли тапшырыуҙар бүлеге программаһы – “Хәйерле иртә, республика!” тапшырыуының Бөйөк Ватан һуғышында еңеү көнөнә арналған сығарылышы «Мәңгелек ут» фестиваленең махсус призына лайыҡ булды.  IX «Мәңгелек ут» халыҡ-ара телевизион хәрби-патриотик фильмдар һәм тапшырыуҙар фестивале...

20 ноября 2017
Смотреть видео Республика башлығы төрлө конкурстарҙа еңеү яулаған студенттар менән осрашты | ГТРК «Башкортостан»

Республика башлығы төрлө конкурстарҙа еңеү яулаған студенттар менән осрашты

Башҡортостанда инвалид студенттарҙы эшкә урынлаштырыу муниципалитеттар ҡарамағына тапшырыласаҡ. Был хаҡта бөгөн республика башлығы Халыҡ-ара һәм Рәсәй конкурстарында еңеү яулаған студенттар һәм уларҙың уҡытыусылары менән осрашыуҙа белдерҙе. 

20 ноября 2017
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Америка дәүләт департаменты Төнъяҡ Кореяға баҫым яһау өсөн 12 миллион доллар бүлә. Был аҡсаларҙы диңгеҙҙә йөктәр ташыуҙы, сауҙа операцияларын күҙәтеүгә алыуға тотоноу ҡарала. Вашингтон Пхеньяндың контрагенттары менән дә хеҙмәттәшлекте нығытырға ниәтләй. Рәсәйҙең күп функциялы радиолокацион...

20 ноября 2017
Смотреть видео Бал – һаулыҡ эликсиры | ГТРК «Башкортостан»

Бал – һаулыҡ эликсиры

Борон замандарҙан уҡ бал ҡортоноң ағыуын, прополисын, һитәһен, балын халыҡ медицинаһында киң ҡулланғандар. Бал ҡортон халыҡ табибы, тип әйтһәк тә хата булмаҫ. Бал ҡорто ер шарындағы иң боронғо, файҙалы, ғәжәйеп бөжәк. Уның балы ғына түгел, хатта ағыуы ла шифалы. Борон гректар бер-береһенә “һине...

17 ноября 2017
Смотреть видео Бөгөн Башҡортостанда оло ваҡиға билдәләнә | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Башҡортостанда оло ваҡиға билдәләнә

50 йыл элек Өфөнөң Ағиҙел ярында Салауат Юлаевҡа һәйкәл асыла. Баш ҡалала бөгөн ошо датаға арналған митинг үтте. 1939 йылда БАССР-ҙың Халыҡ комиссарҙары Советы Салауат Юлаевтың һәйкәл проектына конкурс иғлан итә. Ә 1943 йылда Хөкүмәт комиссияһы осетин скульпторы Сосланбәк Тавасиевтың эскиздарын...

17 ноября 2017
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Мәскәү менән аңлашылмаусанлыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, Дональд Трамп халыҡ-ара мәсьәләләр буйынса Владимир Путин менән хеҙмәттәшлек итеү кәрәклеген бик яҡшы аңлай. Был хаҡта Аҡ йорттоң рәсми вәкиле Сара Сандерс хәбәрселәр менән осрашыуҙа белдергән. Ракканы азат иткәндән һуң Америка етәкселегендәге...

17 ноября 2017
Смотреть видео Бурысҡа аҡса алғанда ғүмерҙе страховкалау тәртибенең үҙгәреүе ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Бурысҡа аҡса алғанда ғүмерҙе страховкалау тәртибенең үҙгәреүе ихтимал

Рәсәй юғары судының Өфө ханымы ғаризаһына биргән яуабы банктарҙың заем алыусыға коллектив страховка килешеүен көсләп тағыу тәжрибәһенә сик ҡуйыуы ихтимал. Гөлназ Исламова банктан аҡсалата кредитты беренсе тапҡыр ғына алмай. Страховка килешеүен төҙөү талабының ипотека менән автомобиль һатып алғандан...

17 ноября 2017
Өфөлә юл-транспорт фажиғәләре ҡорбандарын иҫкә алалар | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә юл-транспорт фажиғәләре ҡорбандарын иҫкә алалар

Ноябрҙең һәр өсөнсө йәкшәмбеһендә Юл-транспорт фажиғәләре ҡорбандарын иҫкә алалар. Хәтер көнө юлда һәләк булыусыларҙың йылдан-йыл артыуына иғтибарҙы йүнәлтә һәм уйландырырға мәжбүр итә.  Донъяла тәүлегенә өс меңгә яҡын кешенең юлда ғүмере өҙөлә, 100 меңгә яҡын кеше төрлө йәрәхәттәр ала....

17 ноября 2017
Һауа торошо боҙола | ГТРК «Башкортостан»

Һауа торошо боҙола

Республиканың юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы бөгөн водителдәрҙе алыҫ юлға сыҡмаҫҡа саҡырҙы. Ҡар яуыу һәм юлдарҙа боҙлауыҡ булыу сәбәпле бөгөн Өфөлә ҙур тығындар барлыҡҡа килде. Республика һәм федераль кимәлдәге юлдарҙағы авариялар йыш теркәлгән урындарҙа юл-патруль хеҙмәте нарядтары дежур...

17 ноября 2017
Прокурор судьяны атып үлтергән | ГТРК «Башкортостан»

Прокурор судьяны атып үлтергән

Бөгөн Башҡортостандың Мәсетле районы прокурорының Балаҡатай районы судьяһын атып үлтереүе тураһында билдәле булды. Фажиғәле осраҡ Мәсетле районында теркәлгән. Һунар ваҡытында бер кеше икенсеһенә мылтыҡтан атҡан. Яраланыусы һуңғараҡ дауаханала вафат булған. 

17 ноября 2017
Смотреть видео Впервые меч Салавата Юлаева окажется в студии «Хәйерле иртә, республика!»  | ГТРК «Башкортостан»

Впервые меч Салавата Юлаева окажется в студии «Хәйерле иртә, республика!»

50 лет назад 17 ноября открыли памятник Салавату Юлаеву. Скульптор Сосланбек Тавасиев 25 лет работал над скульптурой. Изначально планировали установить его возле Горсовета или Центрального рынка. Но Тавасиев настоял на своём и памятник был установлен на высоком берегу р. Белой. Пришлось со склона...

16 ноября 2017
Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика