Тәүҙә рөхсәт ителгән, унан тыйылған

Өфөлә йәшәгән Булат Лотфуллин үткән йылда ер участкаһын ҡуртымға алып уның биләмәһендә торлаҡ йорт һалған. Быйыл иһә документтар менән нығытылған килешеү законға ярашлы түгел, тип таныла. Ҡап урталай тәрән йырын, тирәләй ҡом-балсыҡ өйөмдәре һәм сүп-сар менән „биҙәлгән„ ер биләмәһен Булат үҙ көсө менән төҙөкләндереп алған. Элекке хужанан ҡалған бәләкәй өйҙө хакимиәт рөхсәте менән һүтеп ташлап, урынына яңыһын төҙөгән. Һәр хәрәкәт айырым документ менән нығытылған, торлаҡ, күсемһеҙ милек булараҡ, дәүләт реестрында раҫланған. Әммә өй туйлау урынына Булатҡа суд ултырышына барырға тура килә. Ҡала хакимиәте ерҙе ҡуртымға биреү тураһындағы килешеүҙе туҡтатыуҙы һәм һалынған йортто һүтеп ташлауҙы талап итә. Был урын балалар музыка мәктәбе төҙөлөшө өсөн тәғәйенләнгән, имеш. Ошо хаҡта биш йыл элек үк мәғлүм булыуына ҡарамаҫтан хакимиәттең нисек былтыр шул уҡ ерҙе физик шәхескә 10 йылға ҡуртымға биреү тураһында ҡарар ҡабул итеүе Булат Лотфуллинға аңлашылмай. Үҙенә ҡарата ҡуйылған талаптарға ул, әлбиттә, ҡаршы. Күрәләтә законһыҙ бирелгән рөхсәт ҡағыҙҙары өсөн үҙендә ғәйеп тоймай.  Закон белгестәре иһә хакимиәт яғынан хата ебәрелеүен таный. Өфө ҡала хакимиәтендә башҡа фекер йөрөтәләр. Матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2011 йылда Ленин районында балалар музыка мәктәбе төҙөлөшө тураһында ҡарар ҡабул ителгән. Ә был урында үҙ белдеге менән төҙөлгән өйҙәр һүтелергә тейеш, тип танылған. Биләмәнең элекке хужаһы бәхәсле участканы һатып, Булат Лотфуллинды „кәкре ҡайынға терәткән„Судтың беренсе ултырышында уҡ дәғүә белдергән яҡты ҡәнәғәтләндергән ҡарар ҡабул ителгән. Булат суд ҡарарына апелляция биргән. Төҙөлгән йортто законһыҙ, тип танып һүтеп ташлаған осраҡта уның ер биләмәһен төҙөкләндереүгә түккән дүрт миллион һумдан ашыу  аҡсаһынан ғына түгел, берҙән-бер торлағынан да ҡалыуы бар.  Рәсми теркәлгән йорт хужаһы менән хакимиәт араһындағы бәхәс нигеҙе булған музыка мәктәбе тап ошо урында торорға тейеш. Йырын күмелгән, биләмә төҙөкләндерелгән. Ер мәсьәләһе иһә киҫкен ҡала. Уның кем файҙаһына хәл ителере әлегә билдәһеҙ. 



Последние новости

Яндекс.Метрика