Башҡортостанда 1 мең 400 кеше талпан ҡаҙалып дауаханаларға мөрәжәғәт иткән

  • Башҡортостанда 1 мең 400 кеше талпан ҡаҙалып дауаханаларға мөрәжәғәт иткән | ГТРК Башкортостан

Уларҙың араһында балалар күп.  Гигиена һәм эпидемиология үҙәге лабораторияларында тикшерелгән 616 талпандың 41 энцефалитлы булыуы асыҡланған. Республикала әлегә  боррелиоз менән ауырыу осраҡтары теркәлмәгән. Шулай ҙа хәл бик ауыр булып ҡала. Республиканың һаулыҡ һаҡлау министрлығы тәбиғәткә сыҡҡанда бик һаҡ булырға кәңәш итә. Илдә 30 мең кеше талпандан һаҡланыу өсөн аҡса һорап Рәсәйҙең ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенә һәм һаулыҡ һаҡлау министрлығына  петиция әҙерләгән.  Рәсәйҙә талпандар геометрик прогрессияла арта, урмандарҙы, баҫыуҙарҙы был бөжәктәрҙән таҙартыуҙы мотлаҡ тергеҙергә кәрәк тиелә унда.



Последние новости

Яндекс.Метрика