Ветерандар сафы һирәгәйә

  • Ветерандар сафы һирәгәйә | ГТРК Башкортостан

Башҡортостанда бер йылда ғына беҙгә тыныс тормош яулап биргән 9 мең ветеран арабыҙҙан киткән. Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала әле 60 мең 565 Бөйөк Ватан һуғышы ветераны һәм һуғышта ҡатнашыусыларҙың тол ҡатындары йәшәй. 1941-се йылдың 22-се июне таңында фашистик Германия ғәскәрҙәре иҫкәртеүһеҙ Советтар Союзына баҫып инә. 4 йылға һуҙылған яуҙа рәсми мәғлүмәттәр буйынса 27 миллион кешенең ғүмере өҙөлөп, йөҙҙәрсә мең ауыл һәм ҡала ер менән тигеҙләнә. Башҡортостан ил азатлығы өсөн көрәшкә 700 меңгә яҡын ул һәм ҡыҙҙарын оҙата. Уларҙың һәр икенсеһе тыуған яҡтарына кире әйләнеп ҡайтмай. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн республиканан 278 яугир Советар Союзы геройы, ә 35 кеше Дан орденының тулы кавалеры исеменә лайыҡ була.



Последние новости

Яндекс.Метрика