Башҡорт дәүләт педагогия университеты алдында Бөйөк Ватан һуғышына арналған хәрби-тарих фестивален ябыу тантанаһы үтте

Университет алдындағы майҙанға өс йөҙҙән ашыу студент һәм өлкән класс уҡыусылары йыйылды. Уларға Рәсәй һәм Башҡорторстан флагын һынландырыр өсөн төҫлө шарҙар, георгий таҫмалары таратылды.Ветерандар өсөн сара байрам концерты менән үрелеп барҙы. Уларға иҫтәлекле бүләктәр, сәскә гөлләмәләре тапшырылды. Бер минут тынлыҡ иғлан ителгәндән һуң шарҙар һауаға осоролдо.



Последние новости

Яндекс.Метрика