Чечняла Башҡортостан полиция хеҙмәткәрҙәренә һөжүм иткәндәр

Эске эштәр министрлығынан белдереүҙәренсә, Грозный ҡалаһы янындағы Контроль-үткәрәү пунктында шартлау яңғырай.  Һөҙөмтәлә, 6 полиция хеҙмәткәре зыян күрә, икәүһе ауыр хәлдә ҡала. Улар Башҡортостан кешеләре икәне билдәле. Республика буйынса Эске эштәр министрлығында был хәбәрҙе раҫлағандар. Ведомствонан белдереүҙәренсә, полиция хеҙмәткәрҙәре Контроль-үткәреү пунктында ике кешене туҡтатҡан. Ошо ваҡытта улар ҡулдан яһалған бомбаны һәм граната шартлатҡан. Террорсылар Грозный ҡалаһына Еңеү парадына барырға йыйынған. Улар байрам барышында бомба шартлатырға ниәтләнгән, тип хәбәр итәләр Эске эштәр министрлығынан. Был ваҡиға буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. 



Последние новости

Яндекс.Метрика