Илебеҙ Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 71 йыллығын билдәләне

  • Илебеҙ Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 71 йыллығын билдәләне | ГТРК Башкортостан

4 йылға һуҙылған яуҙа рәсми мәғлүмәттәр буйынса 27 миллион кешенең ғүмере өҙөлөп, йөҙҙәрсә мең ауыл һәм ҡала ер менән тигеҙләнә. Башҡортостан ил азатлығы өсөн көрәшкә 700 меңгә яҡын ул һәм ҡыҙҙарын оҙата. Уларҙың һәр икенсеһе тыуған яҡтарына кире әйләнеп ҡайтмай. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн республиканан 278 яугир Советар Союзы геройы, ә 35 кеше Дан орденының тулы кавалеры исеменә лайыҡ була. Бөйөк Еңеүҙең 71 йыллығы Башҡортостанда киң билдәләнде. Өфө урамдары буйлап “Үлемһеҙ полк” үтте. Унда кәм тигәндә 50 ме кеше ҡатнашты. Фашистик Германия тар-мар итеүгә арналған саралар  еңеү салюты менән тамамланды. 



Последние новости

Яндекс.Метрика