Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Мәскәүҙә бөйөк Еңеүҙең 71 йыллығына арналған парадта 10 мең самаһы кеше ҡатнашҡан. Рәсәй президенты Владимир Путин тантанала сығыш яһап әле лә уяу булырға саҡырҙы. Беҙҙең ил һәр саҡ халыҡ-ара именлек өсөн асыҡ тине ил етәксеһе.

Төнъяҡ Корея етәксеһе Ким Чен Ын ил атом потенциалын артабан да нығытасаҡ. Шул уҡ ваҡытта иҡтисади үҫешкә лә ҙур иғтибар биреләсәк, тигән. Шул уҡ ваҡытта Пхеньян  атом ҡоралын таратмау буйынса бурысын да тулыһынса үтәйәсәк тигән ул.

Бөйөк Британияның Европа берлегенән сығыуы Европала именлекте ҡурҡыныс аҫтына ҡуя. Был турала берләшкән короллектең премьер-министры Деэвид Кэмерон белдерҙе. Социологик тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, респонденттарҙың 42 проценты Европа берлегендә ҡалыу, 40 проценты сығыу яҡлы.

“Тере планета”. Уны нисек күҙәтергә һәм алынған мәғлүмәттәрҙе нисек файҙаланырға? Прагала ошо мәсьәләгә арналған симпозиум үҙ  эшен башланы.   Европа космос агентлығынан Симонетта Кели әйтеүенсә, ер юлдаштары планетаны тикшереүҙә мөһим әһәмиәткә эйә. Әммә улар биргән мәғлүмәт сәйәсмәндәр ҡулында көслө ҡоралға әйләнергә тейеш түгел.  Мәғлүмәттәр үҫеп килгән йәш быуынд киәләсәге өсөн дә бик мөһим, тиелде симпозиумда.



Последние новости

Яндекс.Метрика