Башҡорт теле федераль дәреслектәр исемлегенә индерелде

  • Башҡорт теле федераль дәреслектәр исемлегенә индерелде  | ГТРК Башкортостан

Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығының ошо турала бойороғо бар. Документҡа ярашлы, «Әлифба», башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслектәре аккредитация үткән һәм башҡорт теле — тыуған тел һәм дәүләт теле булараҡ уҡытылған мәғариф учреждениеларында файҙаланасаҡ. Дәреслектәр етди тикшерелгән, ғалимдар, педагогтар, йәмәғәтселек вәкилдәре тарафынан этномәҙәни һәм дини экспертиза уҙғарылған, уларҙан ыңғай баһа алған. Башҡорт теленән тыш, Федераль мәғариф министрлығы бойроғонда башҡа телдәрҙән дәреслектәр тураһында ла әйтелә. Документ Рәсәй Мәғариф һәм министрлығының сайтында урынлаштырылған.



Последние новости

Яндекс.Метрика