Тормозһыҙ БМВ

Бөгөн Өфөнөң Зәки Вәлиди һәм Ғафури урамдары киҫелешендә авария теркәлде. Зыян күреүселәр юҡ.Икс 6 моделле БМВ автомобиле Салауат Юлаев майҙаны янындағы туҡталҡала торған Чери Тигго машинаһына килеп барелә. Шаһиттар әйтеүенсә, ул Зәки Вәлиди урамы буйлап ҙур тиҙлектә килә һәм боролошҡа инә алмайынса тура үтеп китә. Бәрелеүҙән ҡытай автомобиле юл ситенә сығып ултыра. БМВ водителе ваҡиғаны аныҡ аңлата алманы, уның һүҙҙәренә ҡарағанда сит ил машинаһының тормозы эшлектән сыҡҡан. 



Последние новости

Яндекс.Метрика