Рәсәй-Башҡортостан телеканалында башҡорт телендә хәбәрҙәрҙең эфирға сығыуына 1 йыл

Ошо арауыҡта  көслө команда тупланды, милли телдәге яңылыҡтар сығарылыштары оператив мәғлүмәт, ҡыйыу репортаждар менән киң билдәлелек алды. Мультиплексҡа инеү телевизор ҡараусыларға тағы ла күберәк мөмкинлектәр аса. Халыҡ федераль телеканалдарҙан башҡорт телендә лә тапшырыуҙар ҡарау мөмкинлеге ала. Билдәле йәмәғәт эшмәкәре, күренекле шағирә Гүзәл Ситдиҡова заман менән йәнәш атлай, интернет селтәрен әүҙем ҡуллана,  республика тормошо менән ҡыҙыҡһынып тора. Һуңғы яңылыҡтар, ваҡиға урынынан тура бәйләнештәр, репортаждар, көнүҙәк интервью –бер йыл инде федераль каналда башҡорт телендә “Хәбәрҙәр” программаһы сыға.Хәҙер “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһының милли тапшырыуҙар редакцияһын хәбәрҙәрһеҙ күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын.  Һәр эш көнө “летучка” йәки “планерка” тип аталған ҡыҫҡа йыйылыштан башлана. Һуңғы яңылыҡтарҙы, тамашасыларҙы борсоған һорауҙарҙы ҡарап сыҡҡандан һуң, бригада республиканың төрлө район-ҡалаларына юллана. Хәбәрселәрҙең эшендә яуаплы һәм ҡатмарлы этаптарының береһе “стенд-ап” яҙҙырыу. Әлбиттә,  тексттар ваҡиға урынында яҙыла, уны ятлап, хатаһыҙ әйткәнсе бер-нисә дубль эшләргә тура килә.Ә был кадр артында сыҡҡан тауыш видеооператорҙыҡы. Ул күренмәй, әммә тап уларҙың күҙҙәре аша тамашасы телевизорҙан видеоны ҡарай. Ә монтажерҙар корреспонденттарҙың материалдарын әҙерләп эфирға сығара. Хәбәрҙәрҙең йөҙө – ул алып барыусылар. Улар дөйөм редакцияның эшен тамашасыға еткерә. Хәбәрҙәрҙә республиканың ғына түгел, күрше өлкәләрҙең, Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре менән дә танышырға мөмкин. Ә был аппарат бүлмәһе — уны хәбәрҙәрҙең мейеһе тиҙәр. Тамашасы телевизорҙан алып барыусыны ғына күрһә, экрандың был яғында тапшырыуҙы эфирға сығарыусы бригада: шеф-редактор, пульт һәм тауыш режиссерҙары, ассистнеттар, инженерҙар. Уларҙың эше көсөргәнешле, ҙур яуаплылыҡ һәм етеҙ генә ҡарарҙар ҡабул итеүҙе талап итә. Хәбәрҙәрҙең тәүге сығарылышы уҡ етди ҡыҙыҡһыныу уятты. Республика тамашасыһының был башланғысты ни тиклем һөйөнөп ҡабул итеүе тапшырыуҙы ҡараусылар һанын иҫәпләү һөҙөмтәләренән күренә. Рәсәй-Башҡортостан телеканалы тарафынан ваҡиғаларҙы алдан күҙаллай алыуын бәхәсһеҙ һандар дәлилләй. Республикала 2 миллиондан ашыу  башҡорт һәм татар йәшәй тип алғанда, беҙҙе 1 млн 800 мең самаһы кеше ҡарай.  



Последние новости

Яндекс.Метрика