Краснокама, Яңауыл, Ҡалтасы һәм Мишкә райондары көслө елдән зыян күрҙе

  • Краснокама, Яңауыл, Ҡалтасы  һәм  Мишкә райондары көслө елдән зыян күрҙе | ГТРК Башкортостан

Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы баш идаралығы бөгөн  дә көслө ел сығасағы тураһында иҫкәртә. 

Кисә Краснокама, Яңауыл, Ҡалтасы  һәм  Мишкә райондары көслө елдән зыян күрҙе. Бер-нисә йорт утһыҙ ҡалған.  Алты йорттоң ҡыйығы емерелгән.  Яңауыл  районындағы  бер  мәктәп бинаһы зыян күргән тип хәбәр ителә.  Синоптиктар мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бөгөн елдең тиҙлеге секундына 17-22 метрға тиклем етеүе ихтимал. Төндә ҡырау төшәсәк. Быға тиклем Көслө ел арҡаһында Салауатта ағастар һынып, юлға ҡоланы. Бөрйәндә иһә бер юлы ун дүрт ауыл утһыҙ ҡалған. Секундына урыны менән егерме биш метрға еткән ел, тимер сымдарҙы  ла өҙгән. 

 



Последние новости

Яндекс.Метрика