Өфөнөң Калинин районында Төнъяҡ баҙарҙа сыҡҡан янғын һүндерелде

Ул иртәнге сәғәт етеләр тирәһендә сыға. Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, диспетчерға янғын тураһында 7 сәғәт 17 минуттар тирәһендә хәбәр ителә. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, тимер келәт эсендәге әйберҙәргә ут тоҡанған. Сауҙа рәттәре тулыһынса төтөн эсендә ҡалған. Йәрәхәтләнеүселәр һәм һәләк булыусылар тураһында әлегә иәғлүиәт юҡ. Янғын урынында ҡотҡарыусылар эшләй. Ут сығыу сәбәптәрен тәфтишселәр асыҡлаясаҡ.



Последние новости

Яндекс.Метрика