Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Төркиә полицияһы милли хәрәкәт фирҡәһе конгресын үткәреүҙе тыйҙы.  Анкарала съезд делегаттары йыйылырға тейешле бина ҡамауға алынды. Илдә хакимлыҡ итеүсе ғәҙеллек һәм үҫеш фирҡәһенән премьер-министрҙы бер сәғәттә вазифаһынан бушатыусылар хәҙер килеп милли хәрәкәт фирҡәһенең үтеүенә лә ҡамасаулыҡ итә тиелә фирҡә ағазалары белдереүендә.

ИГИЛ төркөмө Ғыйраҡта газ эшкәртеү предприятиеһын шартлатҡан. 11 кешенең ғүмере өҙөлгән, 20 кеше яраланған. Мина һалынған автомобиль заводҡа ингән урында шартлатылған. Берләшкәр милләттәр ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Ғыйраҡта көс ҡулланыу сәбәпле апрелдә генә 741 кеше һәләк булған.

Бөйөк Британия Европа берлегенән сығыу һәм унда ҡалыу яҡлыларҙың митингтары үтте. Премьер министр Дэвид Кэмерон белдереүенсә, илдең берлектә ҡалыуы уның иҡтисади именлеген тәьмин итәсәк. Лондондың экс-мэры иһә Европанан мотлаҡ айырылыу кәрәклеген билдәләй. Европа берлеге  әле булһа Гитлерҙың маҡсаттары менән йәшәй, тигән Борис Джонсон.

Голландияла электр ярҙамында эшләүсе велосипедты  йүгереү юлы менән йыһазландырғандар. Уның буйынса атлағанда генератор хәрәкәткә килеп электр двигателен ҡабыҙа. Ул үҙ сиратында артҡы тәгәрмәсте әйләндерә. Етеҙерәк атлаған һайын тиҙлек тә шәбәйә.

Икенсе уйлап табыусы ике пропеллер ярҙамында осоусы мотоцикл эшләгән. Әлбиттә, бындай техника менән идара итеүе еңелдән түгел. Әммә уйлап табыусы уны камиллаштырырға вәғәҙәләй.



Последние новости

Яндекс.Метрика