Өфөлә скрипкасыларҙың Владимир Спиваков исемендәге Халыҡ-ара конкурсы тамамланды

Ете илдән иң талантлы 12 йәш кеше үҙҙәренең юғары музыкаль оҫталығын күрһәтеү өсөн республикабыҙ башҡалаһына йыйылды. Конкурс йомғаҡтары буйынса, Башҡортостандан Анастасия Мәмәшева ике махсус призға лайыҡ булды. Махсус музыка колледжын тамамлаған ҡыҙ өсөн Өфө халҡы әүҙем тауыш биргән. Конкурс шарттары буйынса, уға 500 мең һум күләмендә аҡса тапшырылды. Был сумманы Анастасия Мамяшева Мәскәү консерваторияһында уҡыу өсөн тотонорға йыйына. Беренсе премияны алыусы Швециянан 15 йәшлек Даниэль Лозаковичҡа 19-сы быуатта турин оҫтаһы эшләгән скрипка бүләк ителде.



Последние новости

Яндекс.Метрика