Автомобилдәрҙе страховкалау водителдәр өсөн ҙур һынауға әйләнә бара

Был аҡсаға лә бәйле түгел. Сөнки бер кем дә полисты һатып алыуҙан баш тартмай. Водителдәр компанияларҙың өҫтәмә хеҙмәттәрҙе көсләп тағып еңел генә аҡса эшләргә теләүенән хайран ҡала.  Хәҙер инде тағы ла бер һылтау менән страховкалаусы компаниялар сираттар барлыҡҡа килтерҙе. Был журнал башынан аҙағына тиклем автомобиль хужаларының исемдәре менән тулы. 170 кеше. Көн һайын киске алтынсы яртыла, барлыҡ эштәрен ташлап, улар сиратты барлауға ашыға. Килмәгәндәрҙе исемлектән һыҙып ташлайҙар. Фамилияларҙы теүәлләгәндән һуң да водителдәр таралырға ашыҡмай. Ошонда уҡ яңы исемлек төҙөлә, уныһы иртәгә киске алтынсы яртыға тиклем генә ғәмәлдә була.  Ҡағыҙ-сиратты республиканың төрлө ҡала һәм райондарынан килгән  водителдәр  үҙҙәре уйлап сығарған. Страховкалау компанияларының быға бер ҡағылышы ла юҡ. Сиратта тороусылар, беҙ үҙ иркебеҙ менән сиратҡа баҫтыҡ, сөнки өҫтәлмә түләүҙәрҙе бында бер кем дә көсләп таҡмай, тип белдерә. Страхока компанияһы вәкилдәре көнөнә ни бары 13 кешене генә теркәп өлгөрә. Законға ярашлы мөмкинлектәрҙең барыһын да ҡулланабыҙ, тиҙәр улар. Урамда төн. Водителдәр көндөҙ төҙөлгән исемлек тәртибе боҙолмаһын өсөн ҡарауылға баҫҡан. Үҙ-ара килешелгән ҡағиҙәләргә ярашлы төнгөлөккә исемлектәге тәүге ун кеше йөрөй. Тап бына әле ҡарауылсыларҙың алмашыныу процессы бара. Бер водитель икенсеһен алмаштыра. Әйткәндәй, төрлө өҫтәмә түләүҙәргә риза булып, башҡа компанияларға, мәҫәлән Росгосстрахҡа барыусылар ҙа сираттан һәм төнгө ыҙаларҙан азат түгел. Пенсионер Марат Бохармәтов әйтеүенсә, ул ике тапҡыр таң менән тороп килгән, әммә икеһендә лә һуңлаған. Бында көнөнә 40-лаған кешене теркәйҙәр. Росгосстрах компанияһының республикалағы филиалы етәкселеге сиратты клиенттарҙың күп булыуы менән аңлата. Владимир Вавилов әйтеүенсә, хәлдәр ҡайһы бер страховка компанияларының банкротҡа әйләнеүе һәм ябылыуынан һуң ҡатмарлашҡан. Республикала страховкалаусыларҙың 70 процент самаһы *Росгосстрах* өлөшөнә тура килә. Яңыраҡ монополияға ҡаршы көрәш буйынса федераль хеҙмәт компанияға иҫкәртмә эшләне. Быға клиенттарҙың ялыуҙары сәбәпсе булған. Водителдәр өҫтәмә түләүҙәргә һәм полис биреүҙән баш тартыуҙарға зарлана. Бынан һуң да ғаризалар килеүе дауам итһә эш асыу ҡарала.  Бөгөн республикала 20-нән ашыу страховка компаниялары эшләй. Уларҙың һәр береһенең айырым бер үҙенсәлеге бар. *Альфа-страхование* мәҫәлән, полисҡа ғаризаны 30 көн дауамында ҡарай һәм унда  машинаны тикшертеү мотлаҡ һанала. *Рессо-Гарантия* ла бер йыллыҡ йөрөтөү тәжрибәһе булғандарҙы ғына ҡабул итәләр, техник тикшереү шулай уҡ мотлаҡ. Белгестәр әйтеүенсә, страховкалаусылар сиратты юрамал барлыҡҡа  килтерә. Өҫтәмә түләүҙәр ҙә автостраховкалауҙың отошло булмауынан индерелгән тип иҫәпләйҙәр. Страховкаларға лицензияһы булған компаниялар полис һатыуҙан баш тартырға тейеш түгел. Төрлө алдауҙар, өҫтәмә түләүҙәр индереү барыһы ла ошонан килә, тип иҫәпләй белгестәр. Мәсьәләне бары дәүләт етәкселеге һәм Үҙәк банк ярҙамында ғына хәл итергә мөмкин. 



Последние новости

Яндекс.Метрика