Конденсат үткәргестәге авариянан һуң Өфө районында хәл тотороҡлана

  • Конденсат үткәргестәге авариянан һуң Өфө районында хәл тотороҡлана | ГТРК Башкортостан

Халыҡ үҙ йорттарына ҡайта башланы. Ваҡытлыса йәшәү урындарында кеше юҡ, тип хәбәр иттеләр беҙгә бөгөн республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығынан.Кисә кис торба тишелеп конденсат аҡҡас райондың Сергеевка ауылынан 300 кеше эвакуацияланғайны. Шыйыҡ газ конденсаты ағып төшкән урын әле махсус эшкәртелеп ябып ҡуйылған. Белгестәр яҡындағы халыҡҡа ҡурҡыныс янамай тип ышандыра. Ғәҙәттән тыш хәл урынында тәфтишселәр, экологтар, хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре эшләй. 

Яндекс.Метрика