Эскәнһең икән буйыңа һеңдер

Күрәһең, был кеше халыҡ мәҡәлен генә түгел, үҙен нимә ҡыланғанын да белмәй. Һәр хәлдә ирҙәр  бындай түбәнселеккә төшмәҫ ине. Сипайлово биҫтәһендә видео күҙәтеү камералары эсеп алған ирҙең тик торған машинаны типкесләүен төшөрөп алған. Дуҫтары батырайып алған ирҙе подьездға алып инә. Әммә бер-нисә минуттан хулиган  кире сығып тағы ла машинаға тибә башлай. Ирмен тигән ир, әлбиттә, бындай түбәнселекә төшмәҫ ине. Интернеттағы БАШ ДТП төркөмөнә һылтанып КП.ру сайты хәбәр итеүенсә, зыянды ҡаплатыу өсөн машина хужаһы хулиганды эҙләй.