Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Ҡырым тәүге тапҡыр туризм мөмкинлектәренә арналған күргәҙмәлә ҡатнашасаҡ. Әле Алыҫ көнсығыш федераль университетында стендтар, презентация программалары әҙерләнә. Күргәҙмәгә Ҡытай, Япония, Корея, Малайзия менән бер рәттән Ҡырым республикаһы ла саҡырылған.

Сиктәрҙе ябыу һәм ҡасаҡтарҙы кире ҡайтарыу миграция көрсөгөнән сығырға ярҙам итмәй. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы вәкиле Филлипо Гранди белдереүенсә, Европаның ҡасаҡтарҙы ҡабул итеү системаһы бөтөнләй эшләмәй. Мигранттар өсөн үҙәктәрҙә санитар ҡағиҙәләр үтәлмәй, ғаиләле балалар насар шарттарҙа йәшәргә мәжбүр. Шуға ла Берләшкән Милләттәр ойошмаһы миграция стратегияһын булдырырға саҡыра.

Ер шарындағы иң ҙур транспорт самолеты Ан-225 Австралияның Перт ҡалаһындағы аэропортҡа ултырҙы. Уның килеп төшкәнен бер-нисә мең кеше күҙәтте. Улар махсус Ан-225 самолетын күреү өсөн илдең төрлө мөйөштәренән килгән.

Кировоград өлкәһендә ҡойон үткән. Һәләк булыусылар, йәрәхәтләнеүселәр юҡ. Гидрометүҙәктә беҙҙең төбәк өсөн был күренеш хас түгел тип белдергәндәр. Торнадонан бер-нисә йорт зыян күргән.

Спортсы-экстремал Ули Эммануэль үҙенең күптәнге хыялын тормошҡа ашырған-утлы  ҡуласа аша осоп үткән. Дуҫтары ярҙамында ул Альп тауҙарында тимерҙән эшләнгән түңәрәкте беркетеп ҡуя һәм ҡанат формаһындағы костюм кейеп утлы түңәрәк аша осоп үтә. 



Последние новости

Яндекс.Метрика