Кушнаренко районындағы ҡырағай йәнлектәрҙе ҡотҡарыу үҙәге тағы ла бер мышыны һауыҡтырып иреккә сығарҙы

Нығынған малҡайҙарҙы ҡайтанан тәбиғәт шарттарына ебәреү ҡыуаныслы ваҡиға булһа ла, белгестәр улар өсөн хафаланыуын йәшермәй. Зина ҡушаматлы мышы балаһын үҙәккә ике йыл элек алып киләләр. Яраланған мышы балаһына Йылайыр районының һунарсыһы юлыға. Инәһенән айырылған малҡайҙың алғы аяғы имгәнгән була.  Беҙҙең беребеҙ ҙә  уның һауығып китеренә ышанманы, ти Филүзә Әҙиева.„Күләш” ҡырағай йәнлектәрҙе ҡотҡарыу үҙәгендә йыл әйләнәһенә эш туҡтамай. Кушнаренко районындағы был үҙәккә төрлө йәрәхәттәр алған ҡырағай йәнлектәрҙе йыш килтерәләр. Хәлһеҙләнгән, йонсоған мышы балаһын да аяҡҡа баҫтырыу еңел булмаған. Хәҙер иһә ул кеше ҡурсауына мохтаж түгел. Бында йәнлектәрҙе туҡландырыуға ла ҙур иғтибар бүленә. Хужалыҡта йәнлектәргә кәрәкле витаминдар, аҡһым менән байытылған аҙыҡ бирелә. Быйыл үҙәккә,  үрсетеү өсөн  ҡыр сусҡаларын да килтергәндәр. Әлегә иһә өс айлыҡ йәнлектәр иркен вольерҙа йәшәйәсәк. Башҡортостанда һирәк осрай торған ҡырғауылдарҙан да тиҙҙән үрсем көтөлә.Алда хайуандарҙы ниндәй яҙмыш көтөрөн береһе лә белмәй. Ҡулға эйәләшкән кейектәргә иректә көн итеү хәүефле. Уларҙың артабан күҙәтеүгә алынмауы ғына күңелде ҡыра, ти белгестәр.



Последние новости

Яндекс.Метрика