Башҡортостанда ВИЧ-инфекциялылар өсөн дарыуҙарға ҡытлыҡ юҡ

  • Башҡортостанда ВИЧ-инфекциялылар өсөн дарыуҙарға ҡытлыҡ юҡ | ГТРК Башкортостан

СПИД-ҡа һәм йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы көрәш үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, ауырыуҙарҙы дарыуҙар менән тәьмин итеү ваҡытында башҡарыла. Быға тиклем федераль телеканалдарҙың береһендә республикала ВИЧ-инфекциялыларҙың ярты йыл буйына дауа алмауҙары хаҡында мәғлүмәт яңғырағайны. Үҙәктең баш табитбы Рафаэль Яппаров әйтеүенсә, сит ил препараттарын алырға күнеккән пациенттарға илебеҙҙә етештерелгән дарыуҙар тәҡдим ителә, улар иһә сит ил аналогтарынан бер ҙә ҡалышмай. Башҡортостанда әле 4800 кеше даими рәүештә  ВИЧ-ҡа ҡаршы  дарыуҙар ҡабул итә. 

Яндекс.Метрика