Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Бөгөн Сочи АСЕАН форумында ҡатнашыусыларҙы ҡабул итә. Рәсәй президенты Азия банкы етәксеһе  Цзинь Лицюнь менән осрашып Транссибты киңәйтеүҙә, Алыҫ көнсығыштағы проекттарҙа ҡатнашырға тәҡдим итте. Ҡытай һәм Һиндостан менән бергә Рәсәй ҙә был банктың төп акционеры булып тора.

Парижда полиция хеҙмәткәрҙәренә һөжүм иткән өсөн дүрт кеше ҡулға алынған. Улар аяҡтары менән тибеп  хоҡуҡ хеҙмәткәрҙәренең машинаһының быялаһын ватҡан һәм ут төрткән. Францияла һуңғы арала полицияның бик күп хеҙмәткәрҙәре уларҙа ҡарата агрессияның көсәйеүе тураһында белдергән.

Бразилия үҙ тарихында быға тиклем булмаған хәлдә ҡалды. Президент Дилма Руссефф ярты йылға вазифаһынан ситләтелде. Илдә тыныс түгел. Бик күп сәйәсмәндәр, политологтар Бразилияғы хәлде фетнә менән сағыштыра. Президент хакимиәтенең элекке етәксеһе Жак Вагнер әйтеүенсә, фетнә ойоштороусылар Руссефф өсөн тауыш биргән 54 миллион кешенең тауышын бер-нисә сәғәттә юҡҡа сығарҙы.

Шри-Ланкала ер ишелеү сәбәпле 200 ғаилә хәбәрһеҙ юғалған. Уларҙы эҙләүҙә 300 һалдат ҡатнаша. 1 мең 200 кеше йорт-ҡаралтыһыҙ ҡалған.  3 ауыл емерелгән. Туҡтауһыҙ яуған ҡойма ямғырҙар сәбәпле ауыл, ҡалалар һыу аҫтында ҡалған. 200 мең кеше йорттарын ҡалдырып китергә мәжбүр.

Яндекс.Метрика