Пресс-конференция «Национальный проект «Образование» - 953765915 | ГТРК «Башкортостан»

Әбйәлил районында һөмбәш балыҡтарын үрсетеү буйынса завод ҡасан төҙөлөр?

Бер нисә йыл инде Әбйәлил районында һөмбәш балыҡтарын үрсетеү буйынса завод төҙөләсәге тураһында һүҙ алып барыла. Санкциялар шарттарында төбәк өсөн мөһим предприятиеның төҙөлөшө көнүҙәккә сыға. Урындағы етештереүселәргә ул яңы мөмкинлектәр асыр ине. Ләкин, эш урынынан ҡуҙғалмай. Был кадрҙарҙы беҙ апрель аҙаҡтарында төшөрҙөк. Урал аръяғы райондары кибеттәрендә йылға-күлдәрҙән тотолған балыҡ бөтөнләй юҡ. Магазиндарҙа диңгеҙ балыҡтары ғына һатыла. Ә ҡайһы берҙәрендә бөтөнләй күренмәй. Әйткәндәй, был күренеш бөтә республикаға хас. Башҡортостанда тотолған балыҡ һирәк магазиндарҙа ғына һатыла. Инде тиҫтәләгән йыл Яҡты-күл базаһында һөмбаш балыҡтарын үрсетеү буйынса завод төҙөү тураһында һүҙ бара. Ул Урал аръяғы балыҡсыларын селбәрәләр менән тәьмин итергә тейеш ине. Ләкин эш бер нисек тә ҡуҙғалмай, ти урындағы балыҡсылар.Урал аръяғында тиҫтәләгән күл бар. Әбйәлил һәм Учалы райондарында ғына етмешләгән тәбиғи һыу ятҡылығы иҫәпләнә. Уларҙа рәхәтләнеп бөтә төр балыҡ үрсетеп, килем алырға булыр ине лә. Тик, балыҡсыларға Төмән йә башҡа өлкәләрҙән ҡиммәткә селбәрә һатып алырға тура килә. Мәсьәлә буйынса беҙ Әбйәлил районы хакимиәтенә мөрәжәғәт иттек. Ләкин унда яуап бирергә тартындылар. Әгәр, селбәрә үрсетеү хужалығы төҙөлһә, төбәк халҡын сифатлы һәм яңы ғына тотолған балыҡ менән тәьмин итеү мөмкинлеге буласаҡ, тип иҫәпләй эшҡыуарҙар.Белгестәр фекеренсә, заводты сафҡа индереү менән төбәктә балыҡсыларҙы селбәрәләр менән тәьмин итеү мәсьәләһе хәл ителәсәк.  Йылға-күлдәрҙә балыҡ  та артасаҡ. Һөмбаш төркөмөнә ҡараған балыҡтар деликатес иҫәпләнә. Уны тотҡас та ҡулланыр кәрәк, сөнки ите тиҙ арала боҙолоуы мөмкин. Тәмле һәм ҡиммәтле балыҡ ҡасан халыҡ өҫтәленә барып эләгер һуң. Белгестәр иҫәпләүенсә, заводтан ҡиммәтле балыҡтарҙың селбәрәһен һыу объекттарына ебәреп, бер нисә йылдан һыу майҙандарының һәр гектарынан 90 килограмдан алып 150 килограмға тиклем һөмбаш балығын алыу мөмкинлеге буласаҡ. Тик әлегә беҙҙең йылға-күлдәр файҙаһыҙ.

Хәбәрҙәр

Смотреть видео Республика юлдарында хәл ҡатмарлы булып ҡала | ГТРК «Башкортостан»

Республика юлдарында хәл ҡатмарлы булып ҡала

Көн һайын тиерлек үлемесле авариялар теркәлә.Бөгөн Өфө районында Мәскәү-өфө юлында йөк ташыусы “Газель” машинаһы һәм “Ивеко” автоцистернаһы бәрелеште. Һөҙөмтәлә “Газель” водителе тиҙ ярҙам машинаһы килеп еткәнсе һәләк булды.

10 декабря 2018
Смотреть видео Республика етәксеһе сүп-сар йыйыу һәм уны юҡ итеү өсөн түләүҙе аҙайтырға ҡушты | ГТРК «Башкортостан»

Республика етәксеһе сүп-сар йыйыу һәм уны юҡ итеү өсөн түләүҙе аҙайтырға ҡушты

Яңы коммуналь хеҙмәт илдә киләһе йылдың беренсе ғинуарынан ғәмәлгә инә. Күп фатирлы йорттарҙа йәшәүсе һәр кем айына 130 һум, шәхси йортта йәшәүсе һәр кем 185 һум түләргә тейеш. Радий Хәбиров был хаҡтар саманан тыш юғары, тип белдерҙе һәм уларҙы арзанайтырға ҡушты.

10 декабря 2018
Смотреть видео Республикала “Апимондия”ға әҙерлек эштәре башланды | ГТРК «Башкортостан»

Республикала “Апимондия”ға әҙерлек эштәре башланды

 47-се умартасалыҡ буйынса халыҡ-ара конгрес 2021 йылда Башҡортостанда үтәсәк. Өфөгә донъяның төрлө илдәренән умартасылар йыйыла. Теүәл ярты быуат үткәндән һуң “Апимондия” йәнә Рәсәйгә ҡайта. Был юлы ул Башҡортостан ерендә үтәсәк. Беҙ ҙә генә һаҡланып ҡалған солоҡсолоҡ, умартасылыҡ һәм...

10 декабря 2018
Смотреть видео Минең күңел ҡылдарым | ГТРК «Башкортостан»

Минең күңел ҡылдарым

“Минең күңел ҡылдарым” конкурсының финалына үткән уҡыусылар республика етәксеһе Радий Хәбиров менән осрашты. Приютта тәрбиәләнеүсе балаларға Радий Хәбиров төрлө бүләктәр тапшырҙы. Алтынсы класста белем алыусы Айгүзәл Аҙнабаеваның Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров менән танышыуы тап ошо һүҙҙәрҙән...

10 декабря 2018
Смотреть видео Шәжәрәһен белгән халыҡ юғалмаҫ | ГТРК «Башкортостан»

Шәжәрәһен белгән халыҡ юғалмаҫ

 Быуындар бәйләнешенә иғтибар йылдан йыл арта. Өфө ҡалаһының Октябрь районында шәжәрә байрамын ойоштороу ҙур йолаға әйләнде, ул район кимәлендә  2007 йылдан уҙғарыла. Һәр йыл бер тема менән бәйле, быйылғыһы Башҡортостандың 100 йыллғына  арналған. Рөстәм Өфө ҡалаһының 48-се лицейында...

10 декабря 2018
Смотреть видео Үҙ фатиры өсөн көрәшә | ГТРК «Башкортостан»

Үҙ фатиры өсөн көрәшә

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны оло йәшендә дөрөҫлөктө асыҡлар өсөн суд тупһаһын тапарға мәжбүр. Ғаиләгә ярты йыл буйы урамда ҡалыуҙан ҡурҡып йәшәргә тура килә. Бөйөк Ватан һуғышының бөтә михнәттәрен күргән Валентина Тупикина 87 йәшендә суд тупһаһын тапарға мәжбүр. Ҡасандыр үҙ көсөнә һатып алған...

7 декабря 2018
Смотреть видео Ҡабалан эш итергә иртәрәк | ГТРК «Башкортостан»

Ҡабалан эш итергә иртәрәк

Ҡаты ҡалдыҡтарҙы эшкәртеүгә бәйле түләүҙәр хаҡы 20 декабрҙә билдәле буласаҡ.  Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа яңы системаға күсеүгә бәйле эшсе төркөм ултырышы үтте. Башҡортостан биш зонаға бүленгән, һәр зонаны бер төбәк операторы хеҙмәтләндерә. Улар сүп-сарҙы йыйыу, сығарыу, эшкәртеү,...

7 декабря 2018
Смотреть видео Рәсәйҙә йөрәк ҡапҡасын алмаштырыу буйынса Evolute R тип аталған яңы ысул үҙләштерелә башланы | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәйҙә йөрәк ҡапҡасын алмаштырыу буйынса Evolute R тип аталған яңы ысул үҙләштерелә башланы

Республика кардиология үҙәге хирургтары беренсе ошондай операцияны Өфөлә Мәскәү крдиохирургы менән берлектә яһаны. Операция өҫтәлендә 86 йәшлек ир кеше. Йөрәктәге физик кәмселек сиренән ҡотолор өсөн уға яңы клапан талап ителә.  Республика кардиология үҙәге белгестәре клапан алмаштырыуҙы яңыса...

7 декабря 2018
Смотреть видео Башҡортостанда яңы инвестиция программалары өҫтөндә етди эш бара | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда яңы инвестиция программалары өҫтөндә етди эш бара

Уның береһен Ауырғазыла бойомға ашырырға ниәтләйҙәр. Районда 6 мең баштан ашыу һауын һыйырына иҫәпләнгән фермалар төҙөү ҡаралған. Был - Республика агросәнәғәт комплексындағы иң ҙур проект буласаҡ. Дөйөм хаҡы 4 ярым миллиард һумға баһаланған  төҙөлөш бер-нисә этапта уҙғарыла. Сумма юғары булһа...

7 декабря 2018
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Франция президенты “һары жилеттар”ҙың ҡаршылыҡ акцияһына бәйле хөкүмәттең ашығыс ултырышын үткәргән. Уға тиклем премьер-министр Эдуард Филипп кәңәшләшер өсөн эре фирҡәләр етәкселәрен саҡырған.  Социалистар фирҡәһе һалымдар артыуға мораторий индерергә, республикандар референдум үткәрергә, милли...

7 декабря 2018
Смотреть видео Башҡортостанда 12 бала яңы йылға үҙенсәлекле бүләк көтә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда 12 бала яңы йылға үҙенсәлекле бүләк көтә

“Моторика” социаль проекты сиктәрендә уларға бионик ҡул ҡуйыласаҡ. Тыумыштан ҡулһыҙ һәм төрлө сәбәптәр менән ҡулын юғалтҡан кешеләргә бындай мөмкинлекте Сколково белгестәре тәҡдим итә.  Әлегә тиклем һис хәрәкәтһеҙ косметологик протез йөрөткән Наталия Рыбакова хәҙер яһалма ҡул менән әүҙем эш...

7 декабря 2018
Смотреть видео Бәләбәйҙә токтан һуғылған 9 йәшлек малайҙың ике ҡул суғын да киҫкәндәр | ГТРК «Башкортостан»

Бәләбәйҙә токтан һуғылған 9 йәшлек малайҙың ике ҡул суғын да киҫкәндәр

Ғәҙәттән тыш хәл ноябрь аҙағында теркәлгәйне. Балалар менән уйнап йөрөгән 9 йәшлек малай электр бағанаһына үрмәләгәндә яңылыш сымға тейә һәм ергә ҡолай.Табиптар әйтеүенсә, кескәй пациентҡа пластик операция яһарға һәм оҙайлы реабилитация курсын үтергә кәрәк.

7 декабря 2018
Смотреть видео Өфөлә “Донъя йәштәре террорға һәм экстремизмға ҡаршы” тип аталған конференция үтә | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә “Донъя йәштәре террорға һәм экстремизмға ҡаршы” тип аталған конференция үтә

Унда Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары, Башҡортостан хөкүмәте ағзалары, министрлыҡ-ведомстволар вәкилдәре, уҡыу йорттары студенттары саҡырылған. Улар күп милләтле һәм төрлө конфессиялы Башҡортостанда толерантлы үҙаң һәм тәртип булдырыу, экстремизмдың төрлө төрҙәрен иҫкәртеү мөһим, тигән фекерҙә...

7 декабря 2018
Смотреть видео Өфө районында ВАЗ һәм ГАЗ йөк машиналары бәрелеште | ГТРК «Башкортостан»

Өфө районында ВАЗ һәм ГАЗ йөк машиналары бәрелеште

Һәләк булыусылар юҡ. Еңел машина водителе ауыр тән йәрәхәттәре алған. Ул дауаханаға һалынған. Йөк машинаһы водителенә урында уҡ медицина ярҙамы күрһәтелгән. Бер тәүлектә генә республикала руль артына иҫерек килеш ултырған 30 водитель тотолған.

7 декабря 2018
Смотреть видео Өфө аэропортына Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Мостай Кәрим исеме бирелә | ГТРК «Башкортостан»

Өфө аэропортына Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Мостай Кәрим исеме бирелә

Рәсәй-1 телеканалы эфирында кисә еңеүселәр исемлеге иғлан ителде. Мостай Кәрим өсөн 90 мең кеше тауыш биргән. Икенсе урында ике тапҡыр Советтар Союзы геройы Муса Гәрәев. Уның өсөн 70 мең кеше тауыш биргән. Салауат Юлаев-өсөнсө урында, 30 мең тауыш. Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, Рәсәй буйынса...

5 декабря 2018
Смотреть видео Бөгөн бөтә донъяла ирекмәндәр көнө билдәләнә | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн бөтә донъяла ирекмәндәр көнө билдәләнә

Үҙ ирке менән мохтаждарға ярҙам иткән мәрхәмәтле кешеләргә бөгөн ошо уңайҙан рәхмәт һүҙҙәре яңғырай. Беҙҙең киләһе видеояҙма геройҙары өсөн һөнәри байрам ғаилә тантанаһына башланғыс һала. Ксения Ивашкова ирекмән эҙәрмәндәр отрядының Башҡортостан бүлеге мәғлүмәтсеһе. Тәүлек әйләнәһенә яңыртылып...

5 декабря 2018
Смотреть видео Башҡортостан  мәктәптәрендә һәр бала йылы аш менән туҡланырға тейеш | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан мәктәптәрендә һәр бала йылы аш менән туҡланырға тейеш

Республика етәксеһе ошондай бурыс ҡуя. Ауыл һәм ҡала мәктәптәрендә балалар нимә ашай һәм туҡланыу хаҡы күпме? Картуф иҙмәһе, иттән эшләнгән ризыҡ, икмәк, витаминлы салат һәм һут. Мәктәп уҡыусыларының төшкө ашы туҡлылы ла, тәмле лә булырға тейеш. Ҡырмыҫҡалы районы Прибельский ауылының урта дөйөм...

5 декабря 2018
Смотреть видео Республикала бынан һуң урмандарҙы законһыҙ ҡырҡыусыларға ҡаршы етди көрәш башлана | ГТРК «Башкортостан»

Республикала бынан һуң урмандарҙы законһыҙ ҡырҡыусыларға ҡаршы етди көрәш башлана

Был турала Белоретҡа эш сәфәре ваҡытында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров белдерҙе. Тирлән ауылында йәшәүселәр Радий Фәрит улы менән һөйләшкәндә ошо мәсьәләләргә иғтибар итеүҙе үтенде.

5 декабря 2018
Смотреть видео Киләһе йылда Өфөлә тағы 126 урында видеокүҙәтеү камералары ҡуйыласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Киләһе йылда Өфөлә тағы 126 урында видеокүҙәтеү камералары ҡуйыласаҡ

Әле республиканың башҡалаһында юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы теркәүсе 136 камера эшләй. Өфөнөң төнъяҡ өлөшөндә улар бик аҙ. Тик ике урамға ғына ҡуйылған. Башҡортостанда 2 мең камера ҡуйыу ҡарала.

5 декабря 2018
Смотреть видео Өфөнөң Калинин районы суды 27 йәшлек егеткә ҡарата хөкөм ҡарарын иғлан итте | ГТРК «Башкортостан»

Өфөнөң Калинин районы суды 27 йәшлек егеткә ҡарата хөкөм ҡарарын иғлан итте

Ул эскән килеш руль артына ултыра. Беренсе май урамында сәғәтенә 190 километр тиҙлектә егет йәйәүлене тапата. Һуңынан тиҙ генә ҡасыу яғын ҡарай. Әммә бер сәғәттән ҡулға алына. 27 йәшлек егет үҙ ғәйебен тулыһынса таныған. Ул өс йылға иркенән мәхрүм ителде.

5 декабря 2018
Смотреть видео Ғафури районында мышы балаһы бүреләрҙән ҡасып йылғаға барып сумған | ГТРК «Башкортостан»

Ғафури районында мышы балаһы бүреләрҙән ҡасып йылғаға барып сумған

Балыҡсылар мышыны Еҙем йылғаһында табып ала. Видеоны төшөрөүсе һүҙҙәренсә, хайуан бүреләрҙән ҡасып, йылғаға бата. Урындағы халыҡ мышыны һыуҙан сығарып, мал һарайына алып ҡайта. Ветеринар тарбаҡ мөгөҙлө хайуандың яраларын тегә. Халыҡ хәбәрсеһе һүҙҙәренсә, оҙаҡламай мышы балаһын Кушнаренко...

4 декабря 2018
Смотреть видео Өфөлә үҙенсәлекле курс эшләй | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә үҙенсәлекле курс эшләй

Унда башҡорт телен өйрәнәләр. Аҙнаның бер кисендә эштән, уҡыуҙан тиҙерәк бушап, төрлө милләт вәкилдәре Айгөл Рәшитованың  “ArtClub” ижади оҫтаханаһына ашыға. Дәрестәр үҙенсәлекле лә, ҡыҙыҡлы ла үтә. Ручка, дәфтәр, өйгә эштәр – барыһы ла ғәҙәти дәрестәгесә. Әммә, башҡаларынан айырмалы, ...

4 декабря 2018
Смотреть видео Башҡалабыҙ  Яңы йылды ҡаршыларға әҙерләнә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡалабыҙ Яңы йылды ҡаршыларға әҙерләнә

Урамдарҙа байрам уттары ҡабынды, төп майҙандарға шыршылар ҡуйылды. 10 декабрҙән шыршы баҙарҙары асыла. Улар ҡалалағы 71 майҙансыҡта 31 декабргәсә эшләйәсәк. Шыршыға хаҡты һатыусылар үҙҙәре билдәләй. Ҡупшыҡайҙың хаҡы уның йомшаҡлығына һәм оҙонлоғона бәйле.

4 декабря 2018
Смотреть видео Өфөлә тиҙ йөрөшлө трамвай проекты тергеҙелә | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә тиҙ йөрөшлө трамвай проекты тергеҙелә

Транспорт буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов әйтеүенсә, Өфө БРИКС-тың үҫеш банкынан грант алған. Киләһе йылдан проектты ғәмәлгә ашырыу өсөн инвестор эҙләү башлана. 2013 йылда Өфөлә тиҙ йөрөшлө трамвай төҙөлөшө проекты 6-7 миллиард һумға баһаланғайны. Уның тәүге өлөшө Блюхер урамы...

4 декабря 2018
Смотреть видео Ҡыш етеү менән Яңы Иглин ауылында йыш ҡына ут һүнә | ГТРК «Башкортостан»

Ҡыш етеү менән Яңы Иглин ауылында йыш ҡына ут һүнә

Халыҡ ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итһә лә, яуап юҡ. Урындағы чиновниктар ябай кешеләрҙең аһ зарына битараф. Яңы Иглин биҫтәһендә йәшәүселәр Республика етәксеһенә мөрәжәғәт иткәс, ниһәйәт, боҙ ҡуҙғалды. Радий Хәбиров оператив кәңәшмә ваҡытында Иглин районы хакимиәте башлығы менән бәйләнешкә инеп, мәсьәләне...

4 декабря 2018
Смотреть видео Башҡортостанда ҡотҡарыу хеҙмәттәренең уртаҡ номеры барлыҡҡа килде | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда ҡотҡарыу хеҙмәттәренең уртаҡ номеры барлыҡҡа килде

Башҡортостанда бөгөн 112 һандарына килгән шылтыратыуҙарҙы ҡабул итеү һәм эшкәртеү үҙәге асылды. Башҡортостан һуңғы йылдарҙағы иң ҙур мәсьәләләрҙең береһе -  112 системаһын ғәмәлгә ашырыуға өлгәште.  Граждандарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн тәғәйенләнгән ҡотҡарыу хеҙмәттәренең дөйөм,...

4 декабря 2018
Смотреть видео Туймазы районында бөгөн төнгө авария сәбәптәре асыҡлана | ГТРК «Башкортостан»

Туймазы районында бөгөн төнгө авария сәбәптәре асыҡлана

Бәләбәй-Баҡалы юлының Туймазы районы аша үткән өлөшөндә 30 йәшлек водитель идараны юғалтып юл ситенә сығып оса. Автомобиль бер-нисә тапҡыр түңкәрелә. Һөҙөмтәлә 34 йәшлек пссажир һәләк була, водитель һәм тағы ла өс пассажир урындағы дауаханаға килтерелгән.

4 декабря 2018
Смотреть видео Бөгөн инвалидтар көнө билдәләнә | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн инвалидтар көнө билдәләнә

Берләшкән милләттәр ойошмаһы Генераль Ассамблеяһы тарафынан 3 декабрь “халыҡ-ара инвалидтар” көнө тип билдәләнә. Халыҡ-ара инвалидтар көнөнөң төп маҡсаты- мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙең хоҡуҡтарын яҡлау,  тыныслығын һаҡлауға  йүнәлтелгән. Билдәле булыуынса, томал ишетмәгән ата-әсәнән...

3 декабря 2018
Смотреть видео Сәйәси батл кем файҙаһына? | ГТРК «Башкортостан»

Сәйәси батл кем файҙаһына?

Был ялдарҙа баш ҡала халҡы ҡыҙыҡлы осрашыуҙа ҡатнашты һәм ҡатнаш алыш буйынса донъя кимәлендә билдәле спортсыға ҡаршы сыҡты. Красногорск ҡала  Думаһы депутаты Джефф Монсон сәйәси баттлда сетерекле һорауҙарға яуап бирҙе. Америка Ҡушма Штаттары гражданины, тәжрибәле спортсы, әммә сәйәсәткә яңы...

3 декабря 2018
Смотреть видео Өфө дәүләт нефть техник университеты 70 йыллыҡ юбилейын билдәләй | ГТРК «Башкортостан»

Өфө дәүләт нефть техник университеты 70 йыллыҡ юбилейын билдәләй

Ошо уңайҙан Башҡортостанға был уҡыу йортон тамамлаған белгестәр бөтә Рәсәй төбәктәренән йыйылды.Университеттың тарихы 1941 йылдан башлана. Тап шул ваҡытта Черниковск ҡалаһына Мәскәүҙәге Губкин исемендәге нефть институты күсерелгән. Йәнә ете йылдан был уҡыу йортоноң Өфө филиалы асыла. Ете тиҫтә йыл...

3 декабря 2018
Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика