Бөгөн Бөтә Донъя СПИД-тан һәләк булыусыларҙы иҫкә алыу көнө билдәләнә

  • Бөгөн Бөтә Донъя СПИД-тан һәләк булыусыларҙы иҫкә алыу көнө билдәләнә | ГТРК Башкортостан

Берләшкән милләттәр ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, СПИД үлем осраҡтары буйынса ер шарында бишенсе урында тора.  Рәсәйҙә әле 800 мең самаһы кеше ошо ауырыуҙы йоҡторған. Әммә белгестәр фаразлауынса, уларҙың һаны бер миллиондан ашыу булыуы ихтимал. Бөтә Донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы Рәсәйҙе ВИЧ инфекция менән ауырыу буйынса хәүефле төбәктәр исемлегенә индергән.

Яндекс.Метрика