Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Рәсәйҙең финанстар министрлығы һәм Рәсәй банкы 50-100 мең һумдан күберәк эш хаҡы алыусыларға пенсияны ғәмәлдән сығара тигән мәғлүмәт ысынбарлыҡҡа тап килмәй. Был турала финанстар министры ярҙамсыһы Светлана Никитина белдерҙе. Министрлыҡ хеҙмәт хаҡын күп алып эшләүселәргә ирекле рәүештә пенсия капиталы тупларға тәҡдим итә, тигән ул.

Францияла халыҡ тағы урамдарға сыҡты. Улар хеҙмәт кодексына хөкүмәт тәҡдим иткән төҙәтмәләргә ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Ҡаршылыҡ акцияһында ҡатнашыусылар ил етәкселәренә революция менән янап яңы ҡанунды ҡабул итмәҫкә саҡырҙы.

Ливияның хөкүмәт ғәскәрҙәре бер-нисә ҡаланы «Ислам дәүләте» террорсыларынан азат итте. Исламистар Сирта районындағы плацдармға ҡыҫырыҡланды. Азат ителгән ҡалалар араһында стратегик әһәмиәткә эйә булған Әбү-Грейн да бар.

Рәсәй хөкүмәтендә ат ярыштарында ставкалар ҡуйыу юлы менән йылҡысылыҡты үҫтереү тураһындағы документ тикшерелә. Бының өсөн «Рәсәй ипподромдары» дәүләт компанияһына илдә тотализаторҙар ҡуйыуға монополия биреүҙәре ихтимал. Йылҡысылыҡта көрсөктө үтеү һәм милли тотализатор булдырыу өсөн ипподромдарға йыл һайын бюджеттан 310 миллион һум аҡса кәрәгәсәк тип иҫкәртә компанияның директорҙар шураһы рәйесе Алексей Миллер.

Яндекс.Метрика