Республиканың юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы юлдарҙа ике тәгәрмәсле техника арҡаһында авариялар артыуға борсолоу белдерә

Күп осраҡта бындай техника хужалары ҡағиҙәләрҙе һанға һуҡмай. Видеонан күреүегеҙсә, тиҙлек ала башлаған машинаның ҡаршыһына велосипедта малай килеп сыға. Бындай осраҡта, әлбиттә, водитель туҡтап өлгөрә алмай. Шуға ла инспекторҙар ата-әсәләргә мөрәжәғәт итеп, балаларҙы ҡағиҙәләр тураһында һәр саҡ иҫкәртеп торорға саҡыра. 

Яндекс.Метрика