Илдә медицина полистары бөтөрөлөүе ихтимал

  • Илдә медицина полистары бөтөрөлөүе ихтимал | ГТРК Башкортостан

Федерация советы ағзалары Мотлаҡ медицина страховкалау фондын ябырға саҡыра һәм медицина өлкәһен тура бюджеттан финансларға тәҡдим итә. Эксперттар билдәләүенсә, һуңғы ваҡытта халыҡ араһында ялыуҙар күбәйә. Кешеләргә түләүһеҙ медицина ярҙамы күрһәтмәйҙәр, йәки бер нисә ай көтөргә тура килә. Дауаханалар етерлек аҡса булмауға һылтанып пациенттарҙы түләүле медицина хеҙмәттәре алырға күндерәләр. Шуға халыҡ араһында ризаһыҙлыҡ күбәйә. Сенаторҙар һаулыҡ һаҡлау тармағына аҡсаны туранан бюджеттан күсерергә, ә Мотлаҡ медицина страховкалау фонды кеүек аралашсы огранды юҡ итергә кәрәк, тип иҫәпләй. 

Яндекс.Метрика