Башҡортостанда праймеризда халыҡтың 12 проценты ҡатнашып үҙ тауышын биргән

Кампания барышында ҡағиҙә боҙоу осраҡтары теркәлмәгән. Республика буйынса кисә 678 участка эшләне. Айырым фирҡә эсендә һайлауҙар ни өсөн кәрәк?  Алһыу ханым иптәше менән һайлау исемлегендәге кандидаттарҙы яҡшылап өйрәнә. Был төп һайлауҙар булмаһа ла ғаилә үҙенең ял көнөндә тауышын бирергә килгән. Исемлектә билдәле сәйәсмәндәр ҙә, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, социаль тармаҡ, башҡа өлкәләрҙән дә вәкилдәр байтаҡ. Башҡоростанда 6 бер мандатлы участка буйынса 101 кандидат тауыштар өсөн көс һынашты. Уларҙың 40 проценты бер ниндәй ҙә фирҡәлә тормай. Рәсәй өсөн башлыса яңы күренеш – праймериз тап киң йәмәғәтселектән актив, алдынғы ҡарашлы һәм ил мәнфәғәте өсөн көрәшә алырҙай кандидаттарҙы асыҡлау. Был эшләй алырҙай реаль кандидаттар өсөн үҙенә күрә сәйәси баҫҡыс булып тора. Алдан һайлауҙарҙа ҡатнашыу өсөн дә кандидаттарға етди һынау үтергә тура килде. Ҡағиҙә буйынса бында теләүсе һәр кем ҡатнаша алһа ла, берҙән-бер сикләү – ул башҡа фирҡә ағзаһы булмау,  дебаттарҙы һәр кем үтә алманы. Ә тап дебаттар ваҡытында коррупцияға ҡаршы көрәш, власть органдарының асыҡлығын тәьмин итеү, бюджет аҡсаларын һөҙөмтәле тотоноу, халыҡтың социаль мәсьәләләрен хәл итеү буйынса тиҫтәләгән уңышлы проекттар асыҡлана. Тауыш бирергә килеүселәрҙең дә күпселеге ил яҙмышына битараф булмаусылар. Улар һәр кемдең тәҡдим иткән проекттары, һайлау алды программалары менән яҡындан таныш.Праймеризда ҡатнашырға килеүселәр араһында йәштәрҙең күп булыуы иғтибарға лайыҡ. Тәүгә тауыш биргәндәр өсөн ул һайлау процедураһы менән танышыу йәһәтенән дә файҙалы булды.Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов та иртәнге сәғәттәрҙә үк һайлау участкаһына килеп үҙ тауышын бирҙе. Йәш быуын вәкилдәренең күп булыуын ул алдан тауыш биреү, йәғни праймериз кеүек төшөнсәне йәштәр яҡшыраҡ аңлай, шуға улар әүҙемерәк тип фаразланы. Праймериз һөҙөмтәләрен партия 25 майҙа иғлан итергә тейеш. Башҡортостандан Дәүләт Думаһына сентябрь айында үтәсәк һайлауҙарҙа Берҙәм Рәсәй фирҡәһенән ҡатнашасаҡ кандидаттар исемлеге иһә июнь айында фирҡә сьезында асыҡлана. Шулай ҙа бер мандатлы округтарҙан 6 кандидат кисә үткән праймериз һөҙөмтәләре буйынса билдәләнергә тейеш. Партия исемлеге буйынса күрһәтелгән кандидаттарҙы асыҡлауҙа ла праймеризда йыйған тауыштар иҫәпкә алына. 

Яндекс.Метрика