Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Советтар Союзының элекке етәксеһе Михаил Горабчев Ҡырымдың Рәсәгә кире ҡайтыуын хупланы. Бөйөк Британияның Санди Таймс газетаһына интервьюһында у: «Мин һәр саҡ азатлыҡ өсөн булдым, Ҡырымда йәшәүселәр ҙә һәр саҡ Рәсәйгә ҡушылырға теләне»-тигән сәйәсмән. Михаил Горбачев әле лә СССР тарҡалыуға үкенесен йәшермәй.

Урта диңгеҙҙә Египетэйр самолеты киҫәктәрен эҙләү дауам итә. Фажиғә сәбәптәре тик бер айҙан һуң ҡына иғлан ителәсәк. Францияның тикшереүҙәр бюроһы һәләкәткә тиклем өс минут ҡалғас самолетта төтөн сығыуы тураһындағы мәғлүмәтте раҫлай. Яҡын арала самолет ҡолаған урында хәрби корабль махсус ҡоролма менән “ҡара йәшиктәрҙе эҙләй башлар, тип көтөлә.

Төркиәлә хакимлыҡ итеүсе фирҡәнең етәксеһе итеп Бинали Йылдырым һайланды. Әхмәт Дауыт улы вазифаһынан киткәс ул премьер-министр вазифаһына берҙән-бер кандидат ине. Белгестәр Бинали Йылдырымды үҙ аллы сәйәсәт алып бара алмаясаҡ тип фаразлай.

Австрияла байкерҙар фестивале фажиғә менән тамамланған. Бер ир ике кешене атып үлтергән, 11 кеше яраланған.  Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 27 йәшлек байкер ҡорал алып төрлө яҡҡа ата башлаған. Һуңынан үҙ-үҙенә лә ҡул һалған.

Яндекс.Метрика