Халыҡтар дуҫлығы һәм берҙәмлеге - Рәсәйҙең яңы һулышы билгеһе

Аҙна аҙағында ошо исем аҫлында үткән форумда КПРФ-тың  рәйесе  Геннадий Зюганов ҡатнашты. Башҡортостан милләт ара татыулыҡтың күрһәткесе буған төбәк тип белдерҙе Геннадий Зюганов. Йыл башынан теркәлгән ғаиләләрҙең 70 проценты ҡатнаш никахтар. Пиццаның сере уның ҡамырында, ти Италинан Элио Каппиелло. Өфө ҡыҙы Оксана Жабчинская ла итальян аш-һыуы нескәлектәрен 16 йыл элек үҙләштергән. Элио Каппиелло менән улар Италияла таныша. Ә 12 йылдан һуң ғаилә Өфөгә күсеп килә.Үҙенең ҡарары хаҡында Элио үкенмәй. Ә Риф һәм Галина Мөхәррәмовтар 47 йыл бергә ғүмер кисерә. Рус һәм татар милләтле ҡатнаш ғаиләләргә бер кем дә аптырамай. Шулай ҙа тел мәсъәләһе, мәҙәни айырмалар башта ҡатмарлыҡтар тыуҙыра ине, ти Галина Михайловна.  Ҡатнаш никахлы өлгөлө ғаиләләр бихисап. Тормошҡа яңы аяҡ баҫҡан йәштәр һаны ла көндән көн арта.  Илебеҙҙең киләсәге халыҡтар араһындағы мөнәсәбәттең ниндәй булыуына бәйле. Башҡортостанда йыл һайын теркәлгән ғаиләләрҙең 70 проценты ҡатнаш никахтар. Тимәк йәш быуын өсөн милли сығанаҡтар кәртә түгел.

Милләт-ара дуҫлыҡты нығытыу хаҡында үткән аҙнала Коммунистарҙың башлығы Геннадий Зюганов та һөйләне. КПРФ рәйесе Өфәлә үткән «Халыҡтар дуҫлығы һәм берҙәмлеге  — Рәсәйҙең яңы һулышы” форумында ҡатнашты.Халыҡтар дуҫлығы һәм берҙәмлегенә арналған бөтә Рәсәй форумында элекке советтар союзына ингән бөтә халыҡтар ҙа берҙәм ҡатнашты.Милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе нығытыу төбәктең иҡтисадын яҡшыртыу, мәҙәниәтте үҫтереүгә һәм социаль хәлде яҡшыртыуға туранан-тура бәйле булыуын да оноторға ярамай.

Яндекс.Метрика