“Башҡортостан” дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы “Ал сәскә” проектының йомғаҡлау өлөшөнә әҙерләнә

Беренсе июнь – Халыҡ-ара балалар көнөндә уҙғарыласаҡ сара рус классигы Сергей Аксаковтың тыуған көнө һәм ҡәләм оҫтаһының үлемһеҙ әҫәре “Ал сәскәгә” арналған. Проект был юлы  үҙ тамашасыларын Аксаков исемендәге паркта йыйҙы. Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы иғлан иткән конкурста ҡатнашыусылар һаны йөҙҙәрсә кеше ине. Балалар, уҡыусылары, тотош  мәктәптәр “Ал сәскә” әкиәтенә нигеҙләнгән һүрәттәр, ҡул эштәре әҙерләне. Аксаков  паркындағы  сара ла үҙенә иң оҫта йәш рассәмдәрҙе йыйғайны. Маҡсат-  йәш быуында нәфис әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләү, уларҙы классик әҫәрҙәр менән таныштырыу. Аксаков паркындағы әкиәт байрамы ысынлап та мөғжизә яланына әйләнде.  Балалар араһындағы уйындар, төрлө ярыштар, әкиәт геройҙары менән осрашыу – быларҙың барыһы ла тамашаның сағыу биҙәктәре. Кескәйҙәр ҡыуанысы – ата-әсәләр өсөн дә шатлыҡ.Технологиялар, гаджеттар заманында балалар китапты оноторға тейеш түгел. Сараны ойоштроусолар ҙа ошо фекерҙә. Ата – әсәләрҙең балаларға әкиәттәр уҡыуы ла өлкәндәр һәм кескәйҙәр араһындағы бәйләнеште нығыта. Аксаков паркындағы байрам – “Ал сәскә” телерадиопроектының йомғаҡлау өлөшөнә әҙерлек булып тора. Төп саралар беренсе июнь – халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә тәғәйенләнгән. 

Яндекс.Метрика