Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Сүриәнең ике ҡалаһындағы терактта 150 кеше һәләк булған. Тартуста автовокзалда, Джебле ҡалаһында автовокзалда һәм тиҙ ярҙам күрһәтеү станцияһында шартлауҙар яңғыраған. Террор ғәмәле өсөн «Ислам дәүләте» ойошмаһы яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алған.

Рим папаһы Франциск донъялағы иң ҙур ислам университеты имамы Әхмәт-ат-Тайып менән осрашҡан. Һөйләшең ваҡытында көс ҡулланыуҙан баш тартыу һәм террорға ҡаршы тороу мәсьәләләре тикшерелгән. Быға тиклем ике арала бәйләнештәр туҡтатылғайны. Әммә былтыр Францисктың ислам тыныслыҡ дине тип белдереүенән һуң улар ҡайтанан тергеҙелде.

Пакистандың сит ил эштәре министрлығы Америка авиацияһының ил биләмәһен утҡа тотоуына нәфрәт белдерҙе. Был  һөжүм ваҡытында «Талибан» радикаль төркөмсәһе етәксеһе Әхтәр Мансур юҡ ителгәйне. Рәсми Исламабад американдарҙың илдең һауа киңлеген боҙоуын  мөстәҡил дәүләткә янау тип баһалаған һәм Вашингтондан тиҙ арала аңлатма көтә.

Рәсәй президенты чиновниктарға пенсия йәшен күтәреү тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, ирҙәр 65, ҡатын-ҡыҙҙар 63 йәштән пенсияға сыға ала. Был дәүләт органдарында эшләүселәргә, сәйәси вазифалар биләүселәргә генә ҡағыла. 

Яндекс.Метрика