Бөгөн Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов Өфө футбол клубы етәкселеге һәм уйынсылары менән осрашты

Команда был миҙгелдә тотороҡло уйын күрһәтте һәм Премьер-лигала урынын һаҡлап ҡалды. Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов уйынсыларҙы ҡотланы һәм миҙгелгә йомғаҡ яһап, киләсәккә маҡсаттар билдәләне. Билдәле булыуынса, Рөстәм Хәмитов Өфө командаһының көйәрмәне. Осрашыуҙа футболсылар Башҡортостан башлығына уның исеме менән футболка һәм ҡултамғалары ҡуйылған туп бүләк итте. Һуңынан Рөстәм Хәмитов уйынсылар менән иҫтәлеккә фото төштө. Республикала футболға ҙур иғтибар бүленә. Бер нисә йыл элек Нефтсе стадионы төҙөкләндерелде. 2015 йылдың авгусынан унда уйындар үтә. Өфө клубының күнекмәләр базаһы ла тиҙҙән яңы төҫ аласаҡ. Был миҙгелдә Өфө командаһы 30 уйын уҙғарҙы. Уларҙа 27 мәрәй туплап, 12-се баҫҡыста нығынды. Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов киләһе миҙгелдә юғарырағ урын яулау, йәғни, иң көслө 10 команда исемлегенә инеү бурысы ҡуйҙы. 

Яндекс.Метрика