Иглин районы Түбәнге Ләмәҙ ауылында фажиғә

Урындағы мәктәп интернатында йәшәгән икенсе  класс уҡыусыһы  батып  үлгән. Ғәҙәттән тыш хәл кисә кис була. Туғандары әйтеүенсә, 3 бала бөгөн үтәсәк “Һуңғы ҡыңғырау” байрамына йыйған сәскәләрҙе ултыртыу өсөн Ләмәҙ йылғаһына һыуға бара. Яҫы ташта тайып, малай һыуға ҡолай,  көслө ағын уны алып китә. Олораҡ ике ҡыҙ уның артынан һыуға төшә, әммә ҡыуып етә алмай. Сабый кәүҙәһен бер сәғәттән һуң батҡан урындан 15-20 метр алыҫлыҡта табалар. Бөгөн Алмаздың тыуған көнө, уға 9 йәш тулыр ине, ти малайҙың әсәһенең  бер туған ағаһы Марат Фазлетдинов.

Яндекс.Метрика