Бөгөн күпселек белем усаҡтарында һуңғы ҡыңғырау яңғырай

Сығарылыш синыф уҡыусылары мәктәп менән хушлаша. Ә ҡайһы бер мәктәп уҡыусылары хушлашыу вальсын бейеүҙән мәхрүм. Мәҫәлән, Ҡырмыҫҡалы районындағы Боҙаяҙҙа быйыл 11-сене 3 ҡыҙ ғына тамамлай. 

Улар өс таған кеүек. Эльвина, Әлфинә һәм Көнһылыу әйтерһең бер ваҡытта ла айырылмаҫтар ине. Тик бөгөнгө һуңғы ҡыңғырау ҡыҙҙарҙың оло киләсәген 3 айырым яҙмышҡа бүлә. Әммә улар һәр ваҡытта ла бергә булырға вәғәҙә бирә.

3 уҡыусы ғына мәктәпте тамамлауы оло ауыл өсөн ғәҙәти булмаған күренеш. Баҡтиһәң, күптәр сығарылыш имтихандарынан ҡурҡып 9 синыфтан һуң ситкә китеп бөткән. Ә ҡыҙҙар үҙ белемдәренә ышана, өҫтәүенә дәрестәрҙә күсерергә, шаярып ултырырға мөмкинлек юҡ, уҡытыусының да һәр кем менән шәхсән шөғөлләнергә мөмкинлеге бар.

Бөгөн 11-селәрҙе оло юлға бөтә мәктәп менән оҙаталар. Беренселәр тиңләшергә вәғәҙәләй һәм матур теләктәрен шиғыр юлдары аша еткерә. 

Сығарылыш уҡыусылары белем усағына, уҡытыусыларға Рәхмәт һүҙҙәрен әйтә.

Мәктәп вальсын бөгөн ҡыҙҙар ситтән генә тамаша ҡыла. Парлашып бейей алмау борсомай, мәктәп менән хушлашыуҙан күңелдәре бошона ҡыҙҙарҙың.

 

Яндекс.Метрика