Билдәле рәссамдар Ләлә Ғәлиева һәм Иван Нараянаның оҫтаханаһы янғындан зыян күргән

Был фажиғә осраҡлы хәлме, әллә аңлы рәүештә эшләнгән енәйәтме? 

Алиһә һүрәтләнгән рәсемдең  янғында зыян күрмәүен билдәле скульптор Ләлә Ғәлиева мөғжизә тип һанай. 15 майҙа Өфөнәң Черниковка биҫтәһендә урынлашҡан йортта янғын сыға. Һөҙөмтәлә бинаның беренсе ҡатында урынлашҡан Башҡортостан рәссамдары союзының оҫтаханаһы яна. Бәхеткә күрә, унда бер кем дә булмай. Сәнғәт кешеләре был фажиғәнең осраҡлығына шикләнә. Сөнки күп йылдар дауамында төрлө ысулдар ярҙамында бинаны тартып алырға ниәтләйҙәр ине, ти скульптор. 

Фажиғә урынына килеп еткән янғын һүндереүселәр оҫталарҙың күп кенә эштәрен ҡотҡарып ҡалған. Тик рәссам Иван Нараяна эшләгән этник уйын ҡоралдары көлгә әйләнә.   

Башҡорттарҙың милли уйын ҡоралы ҡумыҙҙың бында ниндәй генә төрө юҡ. Улар бөтә Рәсәй һәм донъя кимәлендәге күргәҙмәләрҙә ҡатнашҡан. Баҡыр, ҡорос, бронза һәм башҡа металлдарҙын эшләнгәнгә күрә генә үҙенсәлекле коллекция янғында зыян күрмәгән. 

Оҫтаханалағы меңәрләгән сәнғәт әйберҙәрен һөрөм ҡаплаған. Уны йыуып, таҙартып бөтөү мөмкин түгел. 

Йылдар дауамында янаған хәүеф сәнғәт кешеләрен тағы ла бороусоға һала. Сөнки өҫкө ҡатта йәшәүсе күршеһе янғындан һуң, ялыу яҙыуын дауам иткән. Ә сәбәбе – уның фатирын ялмап алған буяу еҫтәре.

Фажиғә осраҡлы хәлме, әллә аңлы рәүештә эшләнгән енәйәт эшеме – оҫталар өсөн был һорау асыҡ ҡала. Ә белгестәрҙең фекеренсә, янғын электр сымдарының ҡыҫҡа тоташыуынан сыҡҡан.  

Яндекс.Метрика