Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Францияла нефть эшкәртеү заводтарын манифестанттар баҫып алған. Хеҙмәт ҡануниәтен үҙгәртеүгә ҡаршы сығыш яһаусылар ошондай юл менән властарҙың иғтибарын йәлеп итергә ниәтләй. Илдә яғыулыҡҡа ҡытлыҡ һиҙелә. Автомобилдәргә бензин ҡойоу станцияларында саҡырымдарға һуҙылған сираттар барлыҡҡа килгән.

Төркиә президенты Рәжәп Эрдоган Европа берлегенә ультиматум ҡуйған һәм ҡасаҡтарҙы ҡайтарыу буйынса килешеү үтәлешен туҡтатыу менән янаған.  Ошондай юл менән Төркиә етәксеһе Брюссельдән аҡса талап итә.

Урта диңгеҙҙә ҡотҡарылған 400 мигрант Италияның Катания портына килтерелгән. Үткән тәүлектә генә берүнисә ҡотҡарыу операцияһы барышында Италия порттарына 3 мең самаһы ҡасаҡ килтерелгән.

Яндекс.Метрика