Ҡаҙ үҫтереп тә аҡса эшләргә була

Архангел районы Ҡыҫынды ауылында йәшәүсе Джамал Агабаев бәпкәләр үҫтереп һатып ғаиләһен тәъмин итерлек килем ала. 

Фермер ғаиләһенең һәр көнө күңелле мәшәҡәттәрҙән башлана. Бер-нисә йыл элек 150 бәпкәнән генә башланған кәсеп, хәҙер киң ҡолас алған. 

Ҡаҙ бәпкәләрен үҫтереп һатыу, башҡа ҡош-ҡортто үрсетеүгә ҡарағанда килемлерәк, ти хужалар.  Улар һыуыҡҡа ла сыҙамлы. Әлбиттә, бында ла һәр эштәге кеүек  үҙ ҡағиҙәләре, серҙәре бар. 

Бәпкәне үҫтергәнсе 4 ай ваҡыт һәм 28 килограмм аҙыҡ талап ителә — был бер ҡаҙға, 2 айға тиклем махсус ҡатнаш аҙыҡ бирелә, һуңынан бойҙай, һоло, һ.б. ашатыла.

Ишле ғаиләлә балаларға ла ҡул ҡаушырып ултырырға ваҡыт юҡ. Һәр кемдең — үҙ эше. Хатта алты йәшен саҡ тултырған Йәмилә лә бәпкә ҡарашыуҙан ситтә ҡалмай.

Себеште көҙ һынайҙар тигәндәй, фермерҙар ғаиләһе лә килемде яңы йыл алдынан барлай. Былтыр ҡаҙҙарҙы байрам алдынан һатып 800 мең һумлыҡ килем алған. Бынан тыш, итенән башҡа мамығы ла бик кәрәкле. Унан йомшаҡ мендәрҙәр эшләнә һәм юрғандар һырыла. Ғаиләһен тәъмин итергә теләгән кеше, көрсөк ваҡытында ла яйын таба, ти фермерҙар хаҡында ауылдаштары.

Ишле ғаилә башлығы бының менән генә туҡтап ҡалырға йыйынмай.  Киләсәктә бар уңайлыҡтары булған йортон төҙөп бөтөп, ҙур ҡаҙ фермаһын булдырыуҙы, ауылдаштарын эш менән тәъмин итергә хыяллана эшҡыуар.
 

Яндекс.Метрика