Салауат ҡалаһында полиция хеҙмәткәрен туҡмағандар

  • Салауат ҡалаһында полиция хеҙмәткәрен туҡмағандар | ГТРК Башкортостан

Республика буйынса эске эштәр министрлығы Салауат ҡалаһында полиция хеҙмәткәре ҡатнашлығында һуғышыуға үҙ аңлатмаһын бирҙе. Участка полиция хеҙмәткәре машинаһы менән артҡа биргәндә 30 йәшлек ҡатындың КИА автомобиленә бәрелә. Тап ошо авариянан һуң эсеп алған дүрт кеше асыуы ҡабарып уға ташлана. Уларҙың береһе полиция хеҙмәткәренең битенә һуға.  Был хәл бик ентекләп тикшереләсәк. Уның һөҙөмтәләре буйынса етди ҡарар ҡабул ителер тип көтөлә.

Яндекс.Метрика